Сәлиә Мырҙабаева: “Ауыр йөк үҙе яуаплылыҡ өҫтәй”12.09.2012
Сәлиә Мырҙабаева:  “Ауыр йөк үҙе яуаплылыҡ өҫтәй”Һәр кемдең яҙмышы үҙ ҡулында, һәр бер әҙәм балаһы үҙ яҙмышын үҙе яҙа, тип әйтергә күнеккәнбеҙ. Әммә уның йыш ҡына ил, туған-ырыу, яҡындарың тормошо менән бер епкә бәйләнгәндәй үрелеп барыуына шаһитбыҙ.
Ябай ауыл ҡыҙының генетика өлкәһендәге тәүге уңыштарынан һуң республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары яуаплылығын үҙ иңендә татыуы, медицина фәндәре докторы дәрәжәһен яҡлауы, донъя халыҡтары һәм үҫеш буйынса Европа парламент форумының башҡарма комитеты ағзаһы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты булып һайланыуы һис тә осраҡлы тойолмай. Республикабыҙҙан Дәүләт Думаһына һайланған халыҡ вәкилдәре араһында ла ул өлгөрлөгө, кеше хәсрәтенә һәм яҙмышына һиҙгерлеге, тынғыһыҙлығы менән айырылып торғандай. Депутаттың йылы һүҙе, төплө кәңәше, ҡайһы саҡта ҡәтғи ҡарары байтаҡ ғаиләнең тормошона йән өрҙө, яҡтылыҡ өҫтәне тиһәк тә урынлы булыр.
Халҡыбыҙҙың йәшәү сифатын яҡшыртырҙай, мәнфәғәттәренә яуап бирерҙәй закондар сығарыу өҫтөндә эшләргә бурыслы, ҡаҙан кеүек ҡайнап торған парламент тормошо, инде күпме йыл тәнҡит утында янған ҡатмарлы һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, ниһайәт, ошо мөһим тармаҡтағы тәүге өмөт “шытым”дары, Өфө — Мәскәү юлын ҡат-ҡат урағанда, һайлаусылар янына ашҡынғанда тыуған тәрән кисерештәр, икеләнгән мәлдәр — былар мәңге онотолмаҫлыҡ ғүмер һабаҡтары.
Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваның рәсми сайтындағы “Башҡортостан — йөрәгемдә, Башҡортостан — минең эштәремдә” тигән йәшәү девизы ла халыҡ вәкиленең эшмәкәрлеген яҡшы күҙ алдына баҫтырғандай. Ул власть һәм йәмәғәтселек араһындағы диалогтың асыҡлығы яҡлы, шуға күрә фекерҙәштәренең генә түгел, оппоненттарының да уй-тәҡдиме, утлы тәнҡите уны һис ҡурҡытмай, киреһенсә, көслө хәҡиҡәткә иң ҡыҫҡа юлды табыу өсөн һәр кемде ихтирам менән тыңларға, сабыр итергә әҙер. Халыҡ депутаты менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ — һәр ғаиләгә, илдең үҫешенә ҡағылған мөһим мәсьәлә — һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыуҙың ябай пациенттар тормошонда сағылышы, врач һәм ауырыу араһын яҡынайтыу, яңы закондарҙың нисек ғәмәлгә ашырылыуы тураһында.
Хаталанырға хаҡыбыҙ юҡ
— Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, һеҙҙе яңынан донъя халыҡтары һәм үҫеш буйынса Европа парламент форумының башҡарма комитетына ағза итеп һайланыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ. 110 илдән һайланған парламентарийҙар ҡатнашлығында үткән халыҡ-ара конференцияла Рәсәй Дәүләт Думаһы вәкиленең, башҡорт ғалимәһенең дә булыуы, һис һүҙһеҙ, оло ғорурлыҡ тойғоһо уята. Донъяның алты ҡитғаһынан йыйылған депутаттар менән ниндәй көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итмәксеһегеҙ?
— Ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡтарын һәм репродуктив сәләмәтлеген яҡлау мәсьәләһе донъяның һәр тарафында ла ҡыйыу, етди төҫ алды. Форумдың маҡсаты — халыҡ-ара конференцияның эш программаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса бөтә ил парламентарийҙары араһындағы фекер алышыуҙы үҫтереү. Халыҡтың килемен арттырыу сәйәсәте һәм уның ғәҙел бүленеше бөгөн ҙур әһәмиәткә эйә. Һәр илдең милли өҫтөнлөктәрендә халыҡ-ара конференцияла ҡабул ителгән, ҡатын-ҡыҙ, балалар, йәштәр һаулығын яҡшыртыуға йүнәлтелгән төп шарттар сағылыш табырға тейеш.
АҠШ Конгресының Вәкилдәр палатаһы ағзаһы К. Мэлоуни һәм Данияның хеҙмәттәшлек министры К. Бактың һөйләгәнен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланыҡ. Улар үрҙә телгә алынған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, ил етәкселәренең үтә мөһим роль уйнауына баҫым яһап, бары тиң хоҡуҡлылыҡ һәм социаль ғәҙеллектең генә йәмғиәттең үҫешендә этәргес көс булыуына инандырҙы.
— Күренекле медицина эшмәкәрҙәренең илдең һаулыҡ һаҡлау органдарын ҡаты шелтәләүе, айырыуса элекке министрға ышаныс белдермәүе менән риза түгеллегегеҙҙе нисек аңлатыр инегеҙ?
— Бынан бер йыл элек кенә ғәмәлгә ашырыла башлаған һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаһының тәүге һөҙөмтәләре күренеүе өмөт тыуҙыра. Халыҡ өсөн иң мөһиме нимә? Яҡшы эш шарттары, ваҡытында сифатлы медицина ярҙамы алыу, эшһеҙлектең кәмеүе, хаҡлы ялдағыларҙың матди яҡланыуы. Һуңғы йылдарҙа ошо йүнәлештә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы тарафынан бығаса булмағанса ҙур эш башҡарылды. Хатта демографик хәлде тамырынан үҙгәртергә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә етди аҙымдар яһарға мөмкин булды.
Иң ҙур яңылыҡ — тармаҡҡа ҡағылған закон нигеҙҙәренең системалы үҙгәреше. Граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау нигеҙҙәре, Мотлаҡ медицина страховкаһы тураһындағы федераль закондарҙың ғәмәлгә инеүе оло эштәрҙең “инеше” булды. Ошондай тәрән уйланылған, өйрәнелгән закон акттарынан тыш, тармаҡ үҫешенең стратегик юлдарын билдәләү мөмкин түгел ине. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йөҙәрләгән поликлиника һәм дауахананы ремонтланыҡ, заманса ҡорамал менән йыһазландырҙыҡ. Һаулыҡ һаҡлауға һалынған аҡса һуңғы 12 йылда 30 (!) тапҡырға артты.
Иң мөһиме — социаль өлкәлә ыңғай һөҙөмтә бар. 2011 йылда көтөлгән ғүмер оҙайлығы 70 йәштән уҙҙы. Был — 1987 йылдан һуңғы иң юғары күрһәткес. Былтыр тыуым буйынса рекорд ҡуйылды тип әйтергә мөмкин. Бындай яҡшы һөҙөмтәгә элекке министрҙың профессионаллеге, ныҡышмаллығы, дәлилләй белеүе арҡаһында өлгәшелде. Ул стратегик проекттарҙы финанслауҙың әһәмиәтен юғары даирәләрҙә иҫбатлай алыуы менән маҡтауға лайыҡ.
Хәҙер реформаны уңышлы дауам итеү өсөн средстволар етерлек, бары уны һөҙөмтәле файҙалана белеү кәрәк. Ресурстарҙы төбәктәр араһында ғәҙел бүлеү, кадрҙарҙың ҡеүәтен арттырыу, идара итеүҙе камиллаштырыу — алдыбыҙҙа торған ҙур бурыстарҙың бер нисәһе генә. Һаулыҡ һаҡлау — йәнле лә, хәүефле лә тармаҡ, стратегияны билдәләгәндә һәм тормошҡа ашырғанда ебәрелгән хаталарҙың кеше сәләмәтлегендә сағылыуы бик ихтимал.
Страховка компанияһы — һеҙҙең шәхси адвокатығыҙ!
— Яңы закон һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына өр-яңы бурыс йөкмәтте: медицина ярҙамы күрһәткәндә, пациенттың сәләмәтлегенә йәки ғүмеренә зыян килтерелгән осраҡта страховка түләү ҡарала. Был табип менән ауырыу араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡыулашыуына алып килмәҫме?
— Әлбиттә, Рәсәйҙең сәләмәтлек өлкәһендә бығаса булмаған яңы норма күптәрҙе һағайтты, йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Төрлө хоҡуҡи формаға эйә медицина ойошмаларының профессиональ яуаплылығын страховкалауҙың, ысынлап та, көнүҙәк мәсьәләгә әүерелеүен барыбыҙ ҙа күреп торабыҙ. Судтарҙа врачтарҙың булдыҡһыҙлығы, белемдәренең, тәжрибәләренең һай булыуына бәйле күпме дәғүә тикшерелә, матбуғат биттәрендә, телевидение тапшырыуҙарында ла медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡарата кире мөнәсәбәт көсәйтелә. Йыш ҡына дәғүәләрҙең нигеҙләнмәгән, күпертелгән, яһалма булыуы табиптарҙа ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо уята.
Европа дәүләттәренең тәжрибәһен яҡшылап өйрәнеү медицина хеҙмәткәрҙәренең хатаһын профессиональ яуаплылыҡты страховкалау юлы менән хәл итеүгә этәрҙе лә инде. Ғөмүмән, мәсьәләне цивилизациялы юл менән хәл итеү ике яҡ өсөн дә отошло. Бер яҡтан, ул кешегә күрһәтелгән сифатһыҙ медицина ярҙамын аҡсалата ҡаплатыу хоҡуғын гарантиялай, икенсе яҡтан, медицина ойошмаларының милек мәнфәғәттәрен күҙәтеүҙе өҫтөнә ала. Бәхәсле мәсьәләләрҙе судҡа алып барып еткермәйенсә, врачтың һәм ойошманың профессиональ абруйына тап төшөрмәйенсә хәл итеүсе тәьҫирле ҡорал тип ҡарарға кәрәк был сараны.
Шуның менән бергә бөгөн страховка хәүефе дәрәжәһен билдәләү үтә ауыр. Мәҫәлән, профессиональ эшмәкәрлектә дауалауҙың үтә сетерекле төрҙәре ифрат күп. Хирург, акушер-гинеколог, неонатолог, анестезиолог, реаниматолог, стоматолог һәм ҡайһы бер башҡа белгестәр даими хәүеф аҫтында эшләй. Минеңсә, закон нормалары эш барышында яйға һалыныр, шымарыр, камиллашыр әле. Бар яҡтан да килгән идеаль ҡанундар булмайҙыр ул. Тормош уның йәшәүгә яраҡлығын һынап ҡарағандан, өҫтәмәләр менән байытҡандан һәм халыҡ тарафынан баһаланғандан һуң ғына тәьҫирлелеген билдәләй.
— Тимәк, депутаттың бурысы яҡшы закондар сығарыуға ғына ҡайтып ҡалмай инде... — Юҡ, әлбиттә, ул барыһынан да элек реаль проблемаларҙы хәл итеү өҫтөндә уйланырға тейеш.
Һайлаусылар менән осрашҡанда, мотлаҡ уларҙың фекерен ишетергә, өйрәнергә тейешбеҙ. Яңы закондан нисек файҙаланалар? Уға ниндәй үҙгәрештәр индереү зарурлығы бар? Республикабыҙҙың ниндәй генә төбәгендә булмайым, мине ябай халыҡтың кәңәше, тәнҡит һүҙе ҡыҙыҡһындыра.
Һаулыҡ һаҡлау тармағы үҙе һауыҡтырыуға мохтаж. Беҙҙә идара итеүсе, ойоштороусы, таһыллы, булдыҡлы менеджерҙар бик аҙ, шуға күрә табип менән пациент араһы һис яҡыная алмай. Был хәл хатта ябай ғына тойолған мәсьәләлә күренә. Кеше сиратта тормайынса, тәү барыуҙан уҡ тейешле медицина ярҙамы алһын өсөн тармаҡ эшен нисек көйләргә булыр ине? Әлегә беҙҙә хәл шулайыраҡ: ауырыу табипҡа күренеү өсөн берҙәм телефон аша яҙылғас, ике аҙна буйы ошо көндө көтөргә мәжбүр, әгәр ҙә терапевт уны өҫтәмә тикшеренеү үтергә ебәрһә, диагноз ҡуйыу һәм дауаланыуҙың йәнә 1,5-2 айға һуҙылыуы ихтимал. Урау-урау юлдар үтеп, хәлдән тайған пациенттың медицина хеҙмәтенә ышанысы ҡаҡшауына ғәжәпләнергә ярамай. — Бәлки, шуғалыр ҙа ҡайһы бер ауырыуҙар ҡулдарында страховка полисы булып та дәүләт программаһында ҡаралған гарантияларҙан файҙалана алмай. Медицина хеҙмәттәренең түләүлегә әүерелеүе халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырыуын редакцияға килгән хаттарҙан, шылтыратыуҙарҙан яҡшы беләбеҙ.
— Страховка полисығыҙҙа ҡайһы страховка компанияһының исеме, адресы яҙылғанын кем белә? Дәғүәләрегеҙ менән ҡасан, нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттегеҙ, тип һорауыма әлегә бер кемдән дә ҡәнәғәтләнерлек яуап алғаным юҡ, сөнки, әлеге лә баяғы, үҙебеҙҙең хоҡуҡтарыбыҙҙы белмәйбеҙ һәм файҙаланмайбыҙ. Страховка компанияһы — һеҙҙең шәхси адвокатығыҙ. Ниндәй генә һорау тыуған осраҡта ла ул һеҙгә ярҙам ҡулы һуҙасаҡ.
Ни өсөн медицина уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың байтаҡ өлөшө үҙ һөнәре буйынса эшләмәй тигән һорауға ла яуап бар.
Мине бөгөн ауылдарҙа кадрҙарҙың етешмәүе, заманса ҡорамалдың аҙлығы, дауалау сифатының түбәнлеге борсой. Ауыл медицинаһы тәрән үҙгәртеп ҡороуға, яңыртыуға мохтаж. Халыҡтан килгән үтенестәр, ялыуҙар, дәғүәләрҙең һәр береһе шуны иҫбатлай. Рәсәй халҡының 30 проценты (Башҡортостанда — 40 проценты) ауылда йәшәй, тыуым да бында юғарыраҡ, әммә шатланырға урын юҡ, сөнки үлем осраҡтары күп. Шуға күрә фельдшер-акушерлыҡ пункттарының хәлен яҡшыртыу буйынса эште дауам итеү мөһим.
Өмөт һәм сабырлыҡ хаҡы барыһынан да ҡиммәт
— Иң ҡиммәтле ҡорамал да, тылсымлы инструмент та тейешле белгестәрҙән тыш кешене һауыҡтыра алмай. Ошо йүнәлештә дәүләт тарафынан яһалған ниндәй аҙымдарҙы уңышлы тип һанайһығыҙ?
— “Һаулыҡ” милли проекты тармаҡтағы иң йомшаҡ урындарҙы тойоп алып, тәүге звено кадрҙарының хеҙмәт хаҡын арттырҙы. Ҡайһы бер төбәктәрҙә йәш белгестәрҙе төпләндереү, фатирлы, ерле итеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Мәҫәлән, Учалы районында граждандарҙы ҡабул иткәндә уларҙың тәжрибәһе менән яҡындан таныштым. Бында йәштәрҙе дәртләндереү өсөн өҫтәмә түләү бирергә ҡарар иткәндәр. Учалыларҙың өлгөһөнә эйәреүселәрҙең артыуы һөйөндөрә. “Ауыл табибы” программаһы ла белгестәрҙе райондарға ылыҡтырыуҙа уңышлы сара булды.
Дәүләт башҡарған эштең, проекттарҙың файҙаһын һәр кем үҙ миҫалында тойған хәлдә генә маҡсатыбыҙға ирештек тип әйтә алабыҙ. Яңыртыу программаһы хаҡында Владимир Путиндың һүҙҙәре лә ошо фекерҙе көсәйтә: “Беҙ уйлап сығарған үҙгәрештәрҙең хаҡы бик ҡиммәт, әммә Рәсәйҙең миллиондарса гражданының өмөтө һөм сабырлығы хаҡы бынан да юғарыраҡ”. Мин дә депутат бурысының яуаплылығын яҡшы тоям, кешеләрҙең ышанысын юғалтмаһам ярар ине, тип ҡайһы саҡ шөбһәләнәм.
— “Кешенең икеләнеүе — яуаплылыҡ тойоу билдәһе”, — тигән бер әҙибебеҙ. Ә яуаплылыҡтың шәхесте үҫтереүе бәхәс тыуҙырмай. Бындай күркәм сифат, моғайын да, ата-бабалар, нәҫел-нәсәп рухынан яралалыр, уның тәрбиәүи-әхлаҡи тамырҙарынан һут ала торғандыр... Уҡыусыларыбыҙҙы тормош баҫҡыстарығыҙҙың иң ҡәҙерле, онотолмаҫ мәле менән таныштырып үтһәгеҙ ине.
— Ғүмерҙең иң гүзәл осоро — балдан татлы бала саҡтыр... Ошо ҡыҫҡа ғына, әммә алтынға бәрәбәр мәлдә беҙ — ғаиләлә биш бала — тормош университетын үттек. Замананың гел яҡшы яғын күргән, ыңғай ҡарашлы, йомшаҡ һүҙле өләсәйебеҙҙе быйыл 106 йәшендә һуңғы юлға оҙаттыҡ. Бәләкәйҙән беҙҙе санитария-гигиена талаптарына өйрәткән, миҙгелдең төрлө осоронда тәбиғәт ҡосағына алып сыҡҡан сабыр Сәхипъямал өләсәйебеҙ, өй аша ғына йәшәгән Хәкимйән олатайым (атайымдың ағаһы) һәм Фәриҙә инәйем, бөтә бала-сағаһын, туған-ырыуын туплап, ойоштороп донъя көткән, ауылдаштарына ярҙамсыллығы өсөн “Ленин бабай” ҡушаматын алған Мәхийән ҡартатайым — һәр береһе йәшәү ҡанундарын үҙләштереүҙә һабаҡ бирҙе. Уҡытыусы ғаиләһендәге тормош та үҙенсәлекле, өҫтәл тулы гәзит-журнал: “Литературная газета”, “Роман-газета”, “Совет Башҡортостаны”, “Ленинсы”, “Башҡортостан пионеры” гәзиттәре, “Ағиҙел”, “Пионер” журналдары... Атайыбыҙ кис ҡысҡырып гәзит уҡырға ярата, “арып” китһә, беҙҙе алмашлап уҡыта башлай. Иртәгәһенә: “Ҡайҙа туҡтағайныҡ әле, ҡыҙым?” — тип йөкмәткеһен һораша, беҙ кемуҙарҙан романдың уҡылған өлөшөн иҫенә төшөрәбеҙ... Яҙ етһә, атай-әсәй менән күмәкләп сыйырсыҡ ҡаршылайбыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ, сәскә ултыртабыҙ. Атайым менән олатайымдың кәңәшләшеп, беҙҙе Р. Ғарипов исемендәге республика мәктәп-интернатына уҡырға биреүе лә төптән уйланылған етди аҙым ине.
Ә интернат тормошо үҙаллылыҡҡа ынтылыш, ҡорос тәртип, маҡсатлы эш һәм белем алыуға ҙур әҙерлек, ватансылыҡ, теләктәшлек тойғоһон үҫтереү мәле булып иҫтә ҡалды.
Ғүмер миҙгеленең һәр береһе үҙенсә ҡиммәт, йөкмәткеһе ҡәҙерле. Үкенескә ҡаршы, маяҡтай барыр юлдарыбыҙҙы яҡтыртҡан яҡын кешеләребеҙҙе юғалтыу күңелде моңһоулата. Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ һәм инәйебеҙ янына ашҡынып ҡайтып, бала саҡ эҙҙәренән үтеүҙән дә оло бәхет юҡтыр кеүек.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Динә АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.


Редакциянан. Һеҙҙе һайлаусыларығыҙ, баҫмабыҙҙы алдырып уҡыусылар һәм “Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы исеменән яҡынлашып килгән күркәм юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм республикабыҙ халҡы мәнфәғәтенә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйбеҙ. Намыҫлы эшегеҙ илгә ҡыуаныс килтерһен, сәләмәтлек, тәүәкәллек, бәхетле оҙон ғүмер насип булһын, Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы!


Вернуться назад