Ҡурайсыға халҡыбыҙҙа һәр ваҡыт оло ихтирам йәшәгән. Байрамдарҙа ул — көтөп алынған ҡунаҡ, табындарҙа ла урыны гел түрҙә булған. Сихри уйын ҡоралы оҫтаһының исеме телдән төшмәгән, ә даны үҙенән алда йөрөгән...
Билдәле ҡурайсы, актер, педагог, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғата Сөләймәнов — тап шундай шәхестәрҙең береһе. V Халыҡ-ара төрки телле театрҙарының “Туғанлыҡ” фестиваленең икенсе көнөндә арҙаҡлы ҡурайсыбыҙҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының залына мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Унда республикабыҙ Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, “ТӨРКОЙ” Халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов, төрки илдәрҙең мәҙәниәт министрҙары ҡатнашты. Әйткәндәй, “ТӨРКСОЙ” ойошмаһы 2012 йылда Ғата Сөләймәновты төрки донъяһының арҙаҡлы кешеләре исемлегенә индергән.
— Башҡортостандың төп символы — ҡурай хәҙер тотош илдәрҙе иңләй, — тине Дюсен Касеинов. — Парижда, Нью-Йоркта беҙ ойошторған мәҙәни саралар ҡурай моңо менән асыла. Әлбиттә, быларҙың барыһында ла Ғата Сөләймәновтың тынғыһыҙ хеҙмәт емеше бар.
Ғата Зөлҡәфил улы ҡурайҙа уйнау теорияһына һәм методикаһына нигеҙ һалған. Ә “Ҡурай” исемле фәнни китабы оло бер ҡаҙаныш булды. Фольклорсы булараҡ, ул 250-нән ашыу боронғо йыр һәм риүәйәт яҙып алған. Ҡурай тантанаһына әүерелгән кисәлә Азат Айытҡолов, Рәсүл Ҡарабулатов, Роберт Юлдашев кеүек сәхнә оҫталары күңелдәрҙе елкендерҙе. Тимәк, моң менән Ғата Сөләймәновтың яҡты рухы ла мәңге йәшәй.
А. БАЙМӨХӘМӘТОВ.