Сал Уралда ер тетрәү кеүек тәбиғәт күренеше ихтималмы? Күпселек белгестәр "юҡ" тип белдерә, сөнки ер ҡатламы күптән формалашҡан. Бәғзеләр, Ерҙең тере организм икәнлеген, планетаның эсендә һәр ваҡыт гигант үҙгәрештәр барыуын, ер ҡатламының иң тотороҡло тип иҫәпләнгән урындарының да күсеп йөрөү ихтималлығын дәлилләй.
Былтыр мартта Мәләүез районында ер һелкенгәне мәғлүм: халыҡ тәҙрәләр зыңлауы, йорт-ҡаралтыларының шылыуы, һауыт-һабаның төшөп ватылыуы хаҡында бәйән иткәйне. Рихтер шкалаһы буйынса ике балл самаһына тиң һелкенеү, шөкөр, ҡорбанһыҙ үтеп китте. Тәбиғәт күренешен өйрәнеүсе белгестәр иһә Башҡортостанда бындай хәлдең булыу ихтималлығын, бигерәк тә таулы төбәктәрҙә – Учалы, Белорет, Бөрйән райондарында — ер һелкенеү мөмкинлеге ҙур тип тағы иҫкәрткәйне. Әйтерһең дә, күрәҙәлек иткәндәр! Үткән аҙнала Учалы районынан хәүефле хәбәр ишетелде: ҡала һәм эргә-тирәләге ауылдарҙа төнөн ер һелкенгән, кешеләр йорт йыһаздарының шылып йөрөүенән ҡурҡып уянған, бәғзеләр урамға йүгереп сыҡҡан. Ҡайһы бер сайттарҙа иһә кемдәрҙер автомобилгә ултырып, ҡаланан арыраҡ киткән, имеш, тигән хәбәрҙәр ҙә күренгеләне. Рәсми мәғлүмәт буйынса, ике балға тиң ер һелкенеүҙе Учалы ҡалаһы, Учалы-2, Бөйҙө ҡасабаһы кешеләре асыҡ тойған. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә борсолоп шылтыратыусылар ҙа күп булған. Күптәр ер һелкенеү тәбиғиме, әллә техноген күренешме икәнлеген асыҡларға теләгән. Белмәгәндәр өсөн мәғлүм булһын: Учалыла ҡеүәтле тау-байыҡтырыу комбинаты эшләй, ҡала эргәһендә генә ҙур асыҡ карьер, ер аҫтында – километрҙарға һуҙылған шахталар бар. Учалы районы хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитеты рәйесе Иран Ҡужагилдин әлеге күренештең тәбиғи булыуын, был осорҙа комбинатта бер ниндәй ҙә шартлатыу эштәре алып барылмауын белдергән. Әйткәндәй, ваҡиғанан һуң район хакимиәтендә социаль-тәьминәт, сәнәғәт объекттарының, медицина һәм мәғариф учреждениеларының эшмәкәрлеген тикшереү буйынса махсус комиссия төҙөлгән. Комиссия предприятиеларҙың эшмәкәрлегендә бер ниндәй ҙә етешһеҙлек тапмаған – барыһы ла ҡәҙимге режимда эшләй.
Г. САЛАУАТОВА.