Иң зарарлы биш төр аҙыҡ08.09.2012
Бөтә донъя диетолог ғалимдары, оҙаҡ тикшеренеүҙән һуң, кеше организмы өсөн иң зарарлы биш төр аҙыҡты билдәләгән.
Бына улар:
1. Шәрбәтле газлы эсемлектәр. Улар һыуһынды ҡандырмай, киреһенсә, тамаҡты киптерә. Унда шәкәр бик күп: бер стакан һыуҙа — биш сәй ҡалағы самаһы.
2. Бәрәңге чипсыһы. Бигерәк тә иҙмәнән эшләнгәне. Ысынбарлыҡта ул — тәмләткестәр өҫтәлгән углевод менән май ҡатнашмаһы.
3. Татлы батон кәнфит. Шәкәр һәм химик өҫтәлмәләр күп булыу сәбәпле, уларҙы ашаған һайын ашағы килә.
4. Сосиска, сарделька, бешкән колбаса. Уларҙың составының яртыһы тиерлек ит һымаҡ буялған сало, эс майы, сусҡа тиреһенән тора.
5. Һимеҙ ит. Бигерәк тә ҡыҙҙырылғаны.