Балдан битлектәр08.09.2012
Шифалы һәм иң тәмле балыбыҙ менән бөтә донъяға дан ҡаҙанғанбыҙ. Әммә уның туҡланыуҙан башҡа ла ҡулланылышы киң. Бөгөн һүҙ ҡорт балы косметикаһы тураһында.


Бит, муйын тиреһен тәрбиәләүҙә балдан эшләнгән битлектәр ифрат файҙалы: улар тирене баланыҡы кеүек итеп йомшарта, туҡландыра, тонусты күтәрә, биткә саф төҫ бирә. Баллы маскаларҙы йыш ҡулланғанда, йөҙҙәге йыйырсыҡтар шымарып, һырҙар яҙылып китә. Ошоно иҫәпкә алып, бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.


Ҡоро тире өсөн. Әгәр ҙә биттә, муйында һырҙар барлыҡҡа килә башлаһа, түбәндәге битлек бик файҙалы. Иҙелгән йомортҡа һарыһына бер аш ҡалағы бал һалып бутарға ла 15 — 20 минутҡа биткә һыларға кәрәк. Аҙаҡ бүлмә температураһындағы һыу менән йыуырға. Аҙнаһына ике-өс тапҡыр даими шулай эшләгеҙ.

Ҡоро һәм уртаса ҡоролоҡтағы тире өсөн. 100 грамм бал, 25 мл спирт, 25 мл ҡайнаған һыуҙан йәки 100 г балға бер лимон йәиһә 100 мл ҡайын еләге һуты ҡушып эшләнгән маска ла ҡоро, уртаса тирегә файҙалы. 15 минуттан һуң битте йылы һыу менән һабынһыҙ йыуырға.
50 грамм онға бер йомортҡаның ағын һәм бер сәй ҡалағы бал һалып бутарға. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы биткә һыларға ла 15 минуттан йылы һыу менән йыуырға.

Уртаса, ҡәҙимге тире өсөн. Ике аш ҡалағы онға бер йомортҡаның ағын, бер сәй ҡалағы бал һалып, ныҡ ҡына бутарға. Ҡамырға оҡшаған был ҡатнашманы биткә, муйынға һылап, 10-15 минут тотҡандан һуң, йылы һыу менән йыуып төшөрөргә.

Майлы тире өсөн. Был осраҡта бал менән ҡырғыс аша үткәрелгән яңы эремсекте ҡушып битлек эшләйҙәр. Бының өсөн бер аш ҡалағы эремсек менән ярты сәй ҡалағы балды һалып бутайҙар ҙа биткә һылайҙар. 20 минут үткәс, йылы һыу менән һаҡ ҡына йыуып алалар. Эремсектең еңелсә әселеге тирене тарттыра, уны сафландырып, матурлап ебәрә, ә аҡһым менән бал тирене туҡландыра, тонусын күтәрә, уға сәләмәт төҫ бирә.


Вернуться назад