Бөгөн ҡәләм оҫталары Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнөн билдәләй. Ошо айҡанлы республиканың төрлө төбәктәрендә ижад итеүсе хеҙмәттәштәребеҙгә мөрәжәғәт иттек: һөнәри байрам ниндәй уйҙар уята?
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ, публицист:
– Һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең журналистикаға күпләп килеүен ыңғай баһалайым. Был, бер яҡтан, халыҡтың мәҙәни кимәле күтәрелеүен күрһәтә. Икенсенән, журналистарҙың эшенә еңелерәк ҡарауы хафаландыра. Журналист, матбуғатта, радиола йәки телевидениела эшләһенме, ул ниндәйҙер кимәлдә сәйәсмән, дипломат, социаль хеҙмәткәр, йәғни кешеләрҙең аңына, йәшәйешенә йоғонто яһарлыҡ көс эйәһе булырға тейеш. Ҡулына ҡәләм алырға йөрьәт иткән кешенең ошо ғәмәлде тәүге аҙымдан уҡ аңлауы зарур, сөнки журналист һөнәре – ифрат яуаплы ижтимағи хеҙмәт. Теләктәшлек көнөндә хеҙмәттәштәрем ошо хаҡта ла уйланһын ине.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА, Күгәрсен районы телевидениеһының баш мөхәррире:
– Был байрам журналист Юлиус Фучиктың яҡты иҫтәлегенә хөрмәт йөҙөнән 1958 йылдан билдәләнеп килә. Тотҡонда килеш тә яҙыу эшен туҡтатмаған ҡәләм оҫтаһы һуңғы һулышынаса һөнәренә тоғро ҡалған. Журналисҡа яҙа-һыҙа белеү генә аҙ: һәләт, һөнәргә ҡарата ихтирам һәм ҡыйыулыҡ та талап ителә. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар осрамаһын, ул намыҫына тоғро ҡалырға тейеш. Сөнки ул, тәүге сиратта, ғәҙеллек көрәшсеһе. "Әйткән һүҙ – атҡан уҡ", "Кеше һүҙе кеше үлтерә" кеүек халыҡ мәҡәлдәрендә оло хәҡиҡәт ярылып ята. Журналист иһә һүҙ өсөн икеләтә яуаплы.
Рәшит ВАХИТОВ, Саҡмағош районы "Игенсе" гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары:
– Район гәзитендә 37 йыл хеҙмәт итәм, төрлө быуын журналистары менән аралашырға һәм эшләргә тура килде. Беҙҙә хеҙмәт өсөн бик яҡшы шарттар булдырылған, заманса йыһаз һәм техника ҡулланабыҙ. Район тормошо уртаһында ҡайнайбыҙ – бер генә ваҡиға ла иғтибарыбыҙҙан ситтә ҡалмай. "Һүҙ көсө кәмене" тигәндәр менән килешмәйем, сөнки теге йәки был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорап, редакцияға мөрәжәғәт итеүселәр күп. Проблема күтәргән мәҡәлә донъя күрһә, халыҡта фекер тыуа, ҡараш формалаша.
Республика семинарҙарында төрлө төбәктә эшләүсе коллегалар менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашабыҙ – был үҙе бер мәктәп. Теләктәшлек көнөндә барлыҡ хеҙмәттәштәремә уңыштар теләйем.
Руфина ТАЗИЕВА, "Өмет" гәзитенең социаль бүлеге хәбәрсеһе:
– Бүлектең үҙенсәлегенә ярашлы, халыҡты борсоған мәсьәләләр барлығы мәғлүм. Ғөмүмән, социаль проблемалар булған һәм буласаҡ, сөнки улар туранан-тура йәшәйешебеҙгә, йәмғиәттең торошона бәйле. Ошо йәһәттән ауыл халҡы тормошона ҡағылған проблемаларға журналистар бигерәк тә иғтибарлы булырға тейеш, сөнки йыш ҡына улар власть органдарында яҡлау һәм ярҙам таба алмай. Ҡала кешеһенең иһә мәғлүмәтлелек кимәле, мөмкинлеге лә күберәк.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ, "Башҡортостан" гәзитенең мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире:
– Форсаттан файҙаланып, ошо ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы һөнәрҙе һайлағандарға ижади ҡомарҙарының кәмемәүен, илһам шишмәләренең ҡоромауын теләйем. Был өлкәгә хас уртаҡ мәсьәләләр ҙә бар. Журналистар йәмғиәттең төрлө проблемаларын күтәрә, халыҡтың һәм власть органдарының иғтибарын йәлеп итә, хаҡлыҡ даулай, ғәҙеллек эҙләй... Ҡыҫҡаһы, һүҙ көсөн һынай. Әммә был еңел эш түгел. Ҡайһы саҡта ҡәләм оҫтаһына ла яҡлау кәрәк... Социаль, хоҡуҡи, әхлаҡи яҡлау булһынмы – төрлөсә фекерләргә мөмкин. Теләктәшлек көнөндә журналистар ошо хаҡта ла уйланһын ине, сөнки уртаҡ проблемаларҙы бергә хәл итеү күпкә еңелерәк.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА яҙып алды.