Өсөнсө баҡса асылды08.09.2012
Өфөлә тағы ла бер балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды.
Совет районына ҡараған “Теремок” йөҙ урынға иҫәпләнгән. Унда балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тап килтереп йыһазландырылған дүрт төркөм эшләй. Медицина кабинеты, изолятор, аҙыҡ блогы, кер йыйыу бүлмәһе лә заманса талаптарға яуап бирә. Балалар баҡсаһында психолог, логопед хеҙмәте күрһәтеләсәк, һәр сабый, ата-әсә менән шәхси эш алып барыласаҡ.
“Теремок” — баш ҡалала быйыл асылған өсөнсө балалар баҡсаһы. Йыл аҙағынаса тағы ла ошондай ун учреждениены асыу күҙаллана.
Д. ИШМОРАТОВА.


Вернуться назад