Яңы йәшәү минимумы билдәләнә08.09.2012
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай комитеты ултырышында хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова “Башҡортостан Республикаһында ҡулланыу кәрзинен һәм йәшәү минимумын билдәләү тәртибе тураһында”ғы республика законының 4-се статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында”ғы закон проектын тәҡдим итте.
— 2010 йылдан Башҡортостанда, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге кеүек үк пенсияға социаль өҫтәмә билдәләү өсөн йәшәү минимумы дәүмәле билдәләнә, — тине Ленара Иванова. — Федераль ҡануниәткә ярашлы бындай өҫтәмә пенсиялары йәшәү минимумынан түбәнерәк булғандарға түләнә. Быйыл пенсионерҙар өсөн был күрһәткес 5220 һум тәшкил итә. Пенсияһы аҙ булғандарға федераль бюджеттан ошоноң айырмаһы түләнә. Республикабыҙҙа 100836 кеше ошо аҡсаны ала. Уртаса алғанда өҫтәмәнең күләме — 1213 һум.
Тәҡдим ителгән закон проекты 2013 йылда Башҡортостанда пенсионерҙар өсөн йәшәү минимумын 5690 һум күләмендә билдәләй. Ул ҡулланыу кәрзине һәм Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәре нигеҙендә иҫәпләнгән.
Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзалары закон проектын хупланы һәм уны республика парламентында ҡарауға тәҡдим итте.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад