"Герой"ҙың данлы ҡыҙы08.09.2012
"Герой"ҙың данлы ҡыҙыКүп кенә ауыл ҡыҙҙары кеүек, Ләлә лә Илеш районының Рысай урта мәктәбен тамамлағас, ҡалаға йә булмаһа район үҙәгенә эшкә барырға уйлай. Ҡала тормошо йыш ҡына төшөнә лә керә. Әммә һуңғы ҡыңғырауҙан һуң ул, йәшлек хыялына хыянат итеп, яҙмышын ауыл менән бәйләргә ҡарар итә һәм фермаға һауынсы булып килә.
Бәләкәйҙән ауыл мөхитендә тәрбиәләнгән, әсәһенә һыйыр һауырға ярҙамлашып үҫкән ҡыҙға хужалыҡта ауыр булмай. Башкөллө эшкә сумып, тиҙ арала иптәштәре алдында ихтирам яулай, уның хеҙмәтен күптәргә өлгө итеп тә ҡуялар. Һуңынан күрше Саҡмағош районының Әхмәт ауылына килен булып төшә. Был яҡтарҙа ла һынатмай Ләлә, хеҙмәте менән дан артынан дан яулай. Һауынсыларҙың төрлө район бәйгеләрендә ҡатнашып, йыш ҡына еңеүгә өлгәшә. Бына 25 йылдан ашыу ул — райондың "Герой" ауыл хужалығы предприятиеһының Әхмәт һөтсөлөк фермаһының алдынғы һауынсыларының береһе. Әйткәндәй, ире Нәзир хужалыҡта бригадир йөгөн тарта. Ләләнең ҡарамағында бөгөн 80-гә яҡын һыйыр. "Күптәргә ауыр тойолған һауынсы хеҙмәтенән һис арығаным юҡ. Ҡайһы берәүҙәр: "Йәшлек хатаһы менән яҙмышыңды ауыл менән бәйләнең", – тип тә әйтеп һала, әммә үкенергә бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ. Эшем миңә йәшәргә дәрт, көс, ҡеүәт бирә, ә яратҡан һөнәрең бер ваҡытта ла ялҡытмай ул", – ти Ләлә Әхмәтйәнова.
Уңған ғаилә ауылда бына тигән донъя көтә. Иркен йорт һалып ингәндәр, кәртә-ҡура тулы ҡош-ҡорт, мал-тыуар. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә ҡәҙәр баҡсала булышалар. Үҙҙәренән артып ҡалған емеш-еләген, бәрәңгеһен, һөт-ҡаймағын, майын, ҡоротон һатыуға сығарып, аҡсаға әйләндерәләр. "Ғаилә сығымдарын ҡапларға ярап ҡала", – ти уңған хужабикә. Балалары ла, ә ғаиләлә өс малай үҫә, тәртипле, эшһөйәр һәм уҡыу алдынғылары.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.
Саҡмағош районы.


Вернуться назад