Төньяҡ амурҙары булып Ҡайтты илгә даныбыҙ07.09.2012
Башҡорт халыҡ йыры “Любезники-любизар” көйөнә йырланған түбәндәге һүҙҙәрҙең авторы — Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ. Ете йыл рәттән Өфө — Бородино юлын үткән ваҡыттарында сығарған ул. Ял иткән арала дуҫ-иштәре менән бергәләшеп йырлап та алалар. “Бының менән мин, халыҡ ижады әле лә йәшәй тип әйтергә теләйем һәм уның үҫешенә бәләкәй генә булһа ла өлөшөмдө индерергә тырыштым”, — ти автор.

Любезники-любизар

Уҡ-һаҙаҡтар — иңдәрҙә,
Булат ҡылыс — билдәрҙә.
Башҡортомдан батыр юҡ
Беҙ йөрөгән илдәрҙә.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!

Кутузовтан рәхмәт алдыҡ,
Ҙур яуҙарҙа дан алдыҡ.
“Төньяҡ амурҙары” булып
Бар донъяға танылдыҡ.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!

Француздарҙы ҡыуыр өсөн
Күтәрелдек яуҙарға.
Илде һаҡлап, йән аямай,
Изге еңеү яуларға.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!
Урыҫ, башҡорт берҙәм булғас,
Һис еңелмәй Әрәсәй.
Беҙҙең ғәскәр алдан бара,
Дошмандар ҡанға сәсәй.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!

Ел тарата юрғаларҙың
Тарап үргән ялдарын.
Беҙ ҙә килеп күрҙек әле
Бородино яланын.
Любезники-любизар,
Маладис, маладис!

Ватан һаҡлап, изге яуҙа
Тамды беҙҙең ҡаныбыҙ.
“Төньяҡ амурҙары” булып
Ҡайтты илгә даныбыҙ.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!

Француздар Наполеоны
Үҙенә урын табалмай.
Урыҫ, башҡорт берҙәм булғас,
Дошман һис еңә алмай.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!

Башҡорт атлыларын күреп,
Француз тора ҡалтырап.
“Төньяҡ амурҙары” тиҙәр,
Хайран ҡалып, аптырап.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!

Наполеондың ғәскәрен
Ҡуй-һарыҡтай тураныҡ.
Француздарҙы еңгәндә,
Европаны ураныҡ.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!
“Төньяҡ амурҙары” уғы
Һис аямай дошманды.
Башҡорттар дошман өҫтөнә
Арыҫландай ташланды.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!

Ҡаһым түрәнең ҡылысы
Йәшен кеүек ялтырай.
“Төньяҡ амурҙары”н күреп,
Француздар дер ҡалтырай.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!

Париж тигән ҡаланың
Урамдары таш ҡына.
Тыуған Уралды һағынып,
Беҙҙең йөрәк ашҡына.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!

“Төньяҡ амурҙары” яуҙа
Һис еңелмәй, дан ала.
Париждарға барып еткәс,
Ат эсерҙек Сенала.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!

Париж урамдары таҡыр,
Таш түшәлгән юлдары.
Утта янмай, һыуҙа батмай
Башҡортомдоң улдары.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!

Атай-олатайҙар үткән
Европаның юлдарын.
“Төньяҡ амурҙары” тиҙәр
Батыр башҡорт улдарын.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!
Әрәсәйҙе һаҡлар өсөн
Күтәрелдек яуҙарға.
Француздарҙы тар-мар итеп,
Изге еңеү яуларға.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!

Һай, Әрәсәй, киң илем.
Еңелеү белмәйһең һис.
Башҡорт атлылары етеҙ;
Беҙҙә — ғәйрәт, беҙҙә — көс!

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!

Һөңгө тотоп, торҡа кейҙек
Беҙ — башҡорт батырҙары.
Дошмандарҙы тар-мар иттек —
Беҙ — “Төньяҡ амурҙары”.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!

Европаның тупрағына
Тамып ҡалды ҡаныбыҙ.
“Төньяҡ амурҙары” булып
Ҡайтты илгә даныбыҙ.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!

“Төньяҡ амурҙары” була —
Уҡ-һаҙаҡлы яугирҙәр.
Мәскәү күреп, Париж еңеп,
Илгә ҡайтты дан-ирҙәр.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!

Башҡорт атлы арыҫландар
Керҙе утҡа-һыуҙарға.
“Төньяҡ амурҙары” даны
Ҡалһын оҙаҡ йылдарға.

Любезники-любизар,
Маладис, маладис!

Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ.


Вернуться назад