Игеҙ балаһы булғандарға ярҙам07.09.2012
Быйыл ике һәм өс игеҙәк сабыйы тыуғандарға айлыҡ балалар пособиеһын түләү өсөн республиканың дәүләт ҡаҙнаһынан биш миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡарала.
Бындай ярҙам уртаса килеме төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумының (ул 2012 йылдың 1 июненән 10 970 һум тәшкил итә) икеләтә күләменән артмаған ғаиләләргә биреләсәк. Пособиеға дәғүә итеүселәр йыл аҙағына 900 тирәһе булыр тип көтөлә.
Д. ИШМОРАТОВА.


Вернуться назад