Балаларға бүләккә – "ҡорос ат"07.09.2012
Шаран районының Мичуринск ауылында йәшәүсе Миңлевәлиевтәр ғаиләһе туғыҙ бала тәрбиәләй.
Өлкән ҡыҙҙары Айһылыу профессиональ училищела белем ала, игеҙәктәр Аделина менән Айнур – VII, Айгиз – V, Рәнис менән Регина II класҡа уҡырға барған. Лиана балалар баҡсаһына йөрөй, ә кинйәкәйҙәре Рәнил менән Рәсил әле әсәләре менән өйҙә.
Ошо көндәрҙә ҙур ғаиләлә шатлыҡлы ваҡиға булған: республика етәкселеге уларға "ГАЗель" автомобилен бүләк иткән. "Ҡорос ат" Миңлевәлиевтәрҙең тормошон күпкә еңеләйтәсәк. Әйткәндәй, 2008 йылда Шаран ауылында йәшәүсе Әхмәтвәлиевтәр ҙә ошондай уҡ "ГАЗель" автомобиле алған.

Ҡалабыҙҙың йәме

Ағиҙелдәге "Савитар" балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениеһы ҡала тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Күптән түгел ул ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам йөҙөнән "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" акцияһында ҡатнашһа, ошо көндәрҙә "Ихата байрамы" ойошторҙо. Төрлө йәштәге балалар рәхәтләнеп күңел асты.
"Савитар" ҡаланың 2-се мәктәбе бинаһында урынлашҡан. Унда балалар төрлө файҙалы шөғөлдәрҙе үҙләштерә, һәләттәрен үҫтерә.

Анһат аҡса көҫәгәндәр

Учалы районының Учалы-2 ҡасабаһы, Ахун һәм Бөйҙө ауылдары халҡы телефон элемтәһеҙ тороп ҡалған.
Эш техник проблемала ғына булһа икән! Полиция хеҙмәткәрҙәре элемтәселәр менән бергә тикшереү үткәргәндән һуң, телефон сымдарын бурҙар өҙгәнен асыҡлаған. Улар люк аша ер аҫты магистраленә төшөп, 300 метрҙан ашыу (хаҡы – 800 мең һум самаһы) сүс-оптик кабелде ҡырҡып алып киткән. Оҙаҡ та үтмәй, полицейскийҙар кабелдең тышындағы пластик ҡатламды яндырыу менән шөғөлләнгән ике кешене тотҡан. Улар төҫлө металл тапшырып, еңел аҡса эшләргә ниәтләгән. Әйткәндәй, 18 йәшлек бур быға тиклем – дүрт, ә 24 йәшлек әшнәһе ике тапҡыр хөкөм ителгән булған.

Йүнселлеге харап иткән

Бөрө ҡалаһының Ҡояшлы биҫтәһендә йәшәүселәр прокуратураға мөрәжәғәт иткән. Баҡһаң, уларҙың күршеһе шәхси йортонда пластик тәҙрә һәм мебель етештереү цехы асып ебәргән, имеш.
Йүнсел уҙаман хәүефлелек йәһәтенән 4-се класлы ҡалдыҡтарҙы ҡәҙимге мейестә яндырған, һауаны ағыулаған, шулай уҡ сүп-сарын көнкүреш ҡалдыҡтары контейнерына бушатҡан.
Тикшереүселәр асыҡлауынса, ир йәшәгән биләмәһен тәғәйенләнеше буйынса файҙаланмаған, экологик талаптарҙы үтәмәгән. Уға ҡарата административ эш асылған, 37 мең һумлыҡ штраф һалынған.

Яңы мөфтөй һайланасаҡ

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, мөфтөй Тәлғәт Тажетдин вазифаһынан китеүе хаҡында белдергән.
1980 йылдан бирле идара иткән баш диндар үҙенең урынына улын ҡалдыра тигән имеш-мимеште инҡар итә. Был вазифаға дәғүә итеүселәр араһында Ханты-Манси округы мөфтөйө Таһир хәҙрәт Саматов, Мәскәү мөфтөйө Әлбир хәҙрәт Ҡырғанов, Силәбе өлкәһе мөфтөйө Ринат Раев бар. Һуңғы кандидатураны Тәлғәт Тажетдин үҙе тәҡдим итәсәк. Яңы рәйес 13 октябрҙә һайланасаҡ.

Иҫәпкә бар, һанға юҡ...

Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов түңәрәктәргә һәм секцияларға йөрөгән балаларҙың электрон иҫәбен алып барыуҙы талап иткән.
Баҡтиһәң, был йәһәттән ялған отчет биреү менән мауығыусылар күп икән, сөнки педагогтың эш хаҡы балаларҙың иҫәбенә бәйле. Йыл һайын Татарстанда 422 өҫтәмә белем биреү учреждениеһының эшен тәьмин итеү өсөн 4 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола.

90 томлыҡ енәйәт эше

Бынан бер йыл элек Рәсәй хоккей донъяһы ҡот осҡос фажиғә кисерҙе: "Локомотив" командаһы, авиаһәләкәткә осрап, тулы составында һәләк булды.
Ваҡиға буйынса тикшереү эше дауам итә. Ошо көндәрҙә самолет хужаһы – "Як Сервис" компанияһының элекке генераль директоры урынбаҫары Вадим Тимофеевҡа Рәсәй Енәйәт кодексының 263-сө статьяһы буйынса ғәйепләү белдерелгән: ул һауа транспортын ҡулланыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙған. Компанияла Тимофеев осоусыларҙың квалификацияһы өсөн яуап биргән.
Енәйәт эше буйынса 200-ҙән ашыу шаһиттан һорау алынған, 120 суд экспертизаһы үткәрелгән.
Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.


Вернуться назад