Башҡорт балын ҡытайҙар етештерә башламаҫмы?07.09.2012
“Башҡортостан” гәзитенең август айындағы 166-сы һанында баҫылып сыҡҡан “Бал бирәйем үҙеңә, балҡып сыҡһын йөҙөңә” тигән мәҡәлә ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте.
Быйыл 26 августа бал йәрминкәһендә булдым. Данлы Бөрйән балын һатып алыу ине теләгем. Бәхеткә күрә, кәрәҙле балдың һуңғыһын булһа ла алып ҡалдым. Өйгә ҡайтыу менән баллап сәй эстем. Телеңде йоторлоҡ ризыҡ. Өйөмдә Күгәрсен, Кушнаренко райондарынан килтерелгән бал да бар ине. Ҡайһыһы тәмлерәк икәнен аныҡ ҡына әйтә алмайым. Башҡорт балына тиң ризыҡ юҡтыр донъяла. Ул — беҙҙең милли байлыҡ.
Сәй эскәндән һуң “Башҡортостан” гәзитен ҡулыма алдым. Биология фәндәре докторы Әмир Миңләхмәт улы Ишемғоловтың мәҡәләһе иғтибарымды йәлеп итте. Яҙма бик оҡшаны. “Тиҙҙән беҙ башҡорт балы менән бөтә Ер шарын тултырасаҡбыҙ. Германиялағы махсус утрауҙа башҡорт бал ҡорттарын үрсетеү буйынса плантация асасаҡбыҙ”, — ти ул.
Ошо юлдарҙы уҡығандан һуң башыма борсоулы уйҙар килде. Үткәндәрем хәтергә төштө. Ул йылдарҙа мин “Геофизприбор” заводындағы гальванизация цехында шымартыусы булып эшләй инем. Кешеләргә айлап эш хаҡы түләнмәгән, пенсия өсөн ярма менән иҫәпләшкән осорҙа беҙҙең завод тотороҡло эшләне. Ойошмабыҙ нефть һәм газ сығарыу тармағы өсөн сейсмик ҡабул иткестәр етештерә ине. Бер көндә Төркмәнстандан, Ҡытайҙан беҙҙең тәжрибәне өйрәнергә курсанттар килде. Ҡайһы берҙәрен эшкә үҙем өйрәттем. Завод етәкселеге ҡытайҙар һәм төркмәндәр менән берлектәге производство асырға ҡарар итте. Етештереү технологияһын үҙләштереп, компаньондарыбыҙ ҡайтып китте. “Эш хаҡын доллар менән аласаҡбыҙ, сит илдәрҙә ял итәсәкбеҙ”, — тип ҡыуанышты эшселәр. Күп тә үтмәй, хеҙмәт хаҡын түләүҙә тотҡарлыҡтар башланды. Заказ булмау, аҡса түләмәүҙең сәбәбен асыҡлау өсөн делегация Төмәнгә юлланды. Баҡһаң, ҡытайҙар арзаныраҡ сейсмик ҡорамал сығара башлаған икән.
Ойошмабыҙ етәкселеге юғары власть органдарына ла мөрәжәғәт итеп ҡараны, тик һәр ерҙә лә яуап бер ине: “Хосусилаштырыу, баҙар иҡтисады шуны талап итә. Һатып алыусы тауарҙы үҙе теләгән ерҙән отошлораҡ хаҡҡа ала”. Һөҙөмтәлә ике мең эшсе “ураҙа” тотто, ә ҡытайҙар үҙҙәренә файҙа эшләне. Әле бал етештереү менән дә шулай килеп сыҡмаҫмы тип хафаланам. Немецтар менән ҡытайҙар донъяға арзан “башҡорт” балын таратмаҫмы ла беҙҙең етештереүселәргә баҙарға юл ябылмаҫмы? Шуға күрә умартасыларыбыҙға был мәсьәләлә ашыҡмаҫҡа, һаҡ булырға кәңәш итер инем.
Шәүкәт РӨСТӘМОВ,
хеҙмәт ветераны.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад