Юрист кәңәштәре07.09.2012
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Кем яуаплы?
— Мин ҡуртымға бина алғайным. Ошо айҡанлы бер һорау борсой: янғын хәүефһеҙлеге нормаларын үтәүгә кем яуаплы: бинаның хужаһымы (милексе), әллә уны ҡуртымға алыусымы?
Закир, Өфө ҡалаһы.
— “Янғын хәүефһеҙлеге тураһында”ғы Федераль закондың (21.12.1994 йылдан, ФЗ № 69) 38 статьяһының 1-се пункты һәм Рәсәй Хөкүмәтенең “Янғынға ҡаршы режим тураһында”ғы ҡарарына (25. 04.2012, № 390) ярашлы, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү өсөн яуаплылыҡ ҡуртымға биреүсегә лә, ҡуртымға алыусыға ла йөкмәтелгән.
Яҡтар ҡуртым килешеүендә кемдең ниндәй кимәлдә яуаплы булыуын үҙ-ара хәл итә. Был осраҡта бурыстарын үтәмәгән яҡ язаһын алырға тейеш. Әгәр ҙә килешеүҙә был турала бер һүҙ ҙә әйтелмәһә, кемдең ниндәй кимәлдә ғәйепле булыуын суд билдәләй.
Шуны күҙ уңында тотоғоҙ: ғәмәлдә янғын надзоры хеҙмәткәрҙәре штрафты һәр ваҡыт бинаның хужаһына һала. Был дөрөҫ тә кеүек, сөнки ҡуртымсы бөгөн бар, иртәгә юҡ. Ә милексене һәр ваҡыт табырға була.
Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоу кодексының 20.4 статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәмәгән осраҡта, киҫәтеү яһала йә штраф һалына. Уның күләме түбәндәгесә: граждандар өсөн — 1 мең һумдан 1500 һумғаса; вазифалы кешеләргә — 6 меңдән 15 меңгәсә; ойошмаларға — 150 мең һумдан 200 мең һумғаса.
Күреүегеҙсә, штраф күләме арзан түгел. Шуға күрә ҡуртым килешеүендәге яуаплы яҡты аныҡ билдәләгеҙ. Иң мөһиме — янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ.
Күршем индермәй
— Ҡалала хосусилаштырылмаған бүлмәм бар. Тик шундай проблема килеп сыҡты: күршем фатирға индермәй. Үҙемдең бүлмәмде һатырға ине, сөнки йүнле тормош барыбер булмаясаҡ. Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?
Фирүзә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
— Тәү сиратта проблеманы ғауғаһыҙ ғына хәл итеп ҡарағыҙ, әгәр күршегеҙ бөтөнләй һөйләшеүҙән баш тартһа, участковыйға мөрәжәғәт итегеҙ.
Бүлмәгеҙҙе хосусилаштырыу өсөн унда йәшәүегеҙ мотлаҡ түгел. Бының өсөн унда теркәлгән булыуығыҙ ҙа етә. Әгәр ҙә күршегеҙ әҙәмсә һөйләшергә теләмәһә, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ, бүлмәгеҙгә инеүгә ҡаршылыҡ күрһәтеүе тураһында ғариза яҙығыҙ.