Ҡәрҙәштәрҙе йыйҙы баш ҡала07.09.2012
Ҡәрҙәштәрҙе йыйҙы баш ҡалаБыл байрамды баш ҡалабыҙ күптән һағынғайны. Тирә-яҡты моңға күмеп дәртле көй ағыла. Ә бында йыйылған һәр халыҡтың төрлө милли кейеменә ҡарап хайран ҡалырлыҡ. Шуға ла Өфөләге Салауат Юлаев майҙаны мең төҫтәге күбәләктәр уйынын хәтерләтә ине...
Кисә V Халыҡ-ара төрки телле театрҙарҙың “Туғанлыҡ” фестивале ана шулай тантаналы рәүештә асылып китте. Унда “ТӨРКСОЙ” Халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов, төрки илдәрҙең мәҙәниәт министрҙары ҡатнашты. Республикабыҙ Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. “Халыҡ-ара төрки телле театрҙарҙың “Туғанлыҡ” фестивале сәхнә оҫталары һәм театр һөйөүселәре өсөн онотолмаҫ байрам булыр, театр коллективтарының ижади үҫешенә, бер-береһе менән хеҙмәттәшлегенә яңы һулыш бирер, тип ышанам”, — тиелә Президентыбыҙ ҡотлауында.
Барлыҡ төрки халыҡтарҙы берләштергән әлеге мәҙәни сара биш йыл һайын уҙғарылып килә. Туғандар оҙаҡ күрешмәй торһа, һағыныу хисенең ни тиклем көсәйеүе күптәргә мәғлүм. Шуға ла бында йөҙҙәрҙең көләс балҡыуы, туғандарса ҡосаҡлашыуҙың хөкөм һөрөүе тәбиғи күренештер.
“Туғанлыҡ” фестивале тәүге тапҡыр 1991 йылдың 31 майынан алып 8 июненә тиклем Башҡортостанда үтә, ә инде алты айҙан һуң Советтар Союзы тарҡала. Үҙгәртеп ҡороу осорондағы ауырлыҡтарҙы хәҙер иҫкә алыуы ла ҡыйын. Болғансыҡ заманда яңы ғына ҡолас йәйгән фестивалдең киләсәге өмөтһәҙ кеүек тойола. Шулай ҙа туғанлыҡ хистәре барлыҡ көрсөктәрҙән дә көслөрәк булып сыҡты. Төрлө илдәрҙән 14 ижади коллективтың быйыл да Өфөлә йыйылыуы ошо хәҡиҡәтте йәнә раҫлай.
Театр миҙгеле асылыуҙан алда фестивалдең үтеүе — икеләтә ҡыуаныс. Тамашасылар баш ҡалабыҙҙың театрҙарында 13 сентябргә тиклем төрки халыҡтарының сәхнә әҫәрҙәрен ҡарап кинәнәсәк.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ


Вернуться назад