Берҙәмлектең әһәмиәтен онотмаһаҡ ине07.09.2012
Берҙәмлектең әһәмиәтен онотмаһаҡ ине1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәй армияһының еңеүенә башланғыс һалған Бородино яланындағы алыш бынан теүәл ике быуат элек, тап ошо көндә – 7 сентябрҙә булған. Шанлы ваҡиғалар тураһында уйланғанда ниҙәр күҙ алдығыҙға баҫа? Әлбиттә, күк йөҙөн ҡаплап алған ҡара төтөн, мылтыҡ тауышы, туптар гөрһөлдәүе, мундирлы француз һәм урыҫ һалдаттарының йөҙгә-йөҙ бәрелешкән сафтары, башҡорт һыбайлыларының дошман өҫтөнә уҡ яуҙыра-яуҙыра йән-фарман алға сабыуы...
Күптән түгел Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған байрам сараларының береһендә сығыш яһап, Рәсәй Президенты Владимир Путин: "Тыуған илебеҙ тарихында яуҙар бик күп булған, әммә шуларҙың икәүһен генә "Ватан һуғышы" тип беләбеҙ. Беҙҙең милли, тарихи хәтеребеҙҙә улар тап ошо атама менән нығынып ҡалған. Ватан һуғыштарының тәүгеһендә лә, икенсеһендә лә Рәсәйҙең, Европаның ғына түгел, тотош донъяның яҙмышы хәл ителгән. Дәүләттәрҙең азатлығын, бойондороҡһоҙлоғон яҡлап, илбаҫарҙарға ҡаршы көрәшкә йәше лә, ҡарты ла күтәрелгән. Ҡаһарманлыҡ, ҡеүәт һәм тыуған ергә һөйөү оло бер көс булып берләшкәндә уға ҡаршы тороу, еңеү мөмкин түгел", — тип билдәләгәйне. Рәсәй халҡының берҙәмлеген бермә-бер нығытҡан, дәүләтебеҙҙең бөйөклөгөн тағы бер ҡат раҫлаған, донъялағы абруйын үҫтергән Еңеүгә ата-бабаларыбыҙҙың, һис юғында бүтән милләт вәкилдәренең ифрат ҙур өлөш индереүен таныу айырыуса ғорурландыра, әлбиттә.
Тарихтан мәғлүм булыуынса, Наполеон илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡа халҡыбыҙ өс тиҫтәгә яҡын атлы полк туплап оҙатҡан, бынан тыш, Рәсәй ғәскәрҙәренә матди ярҙам күрһәтеп торған. Башҡорт һыбайлыларының оҫта һәм ҡаһармандарса алышҡанын, бигерәк тә Бородино яланындағы яуҙа дошмандың ҡотон осороп, "Төньяҡ амурҙары" тигән дан алғанын, француздарҙы ҡыуып барғанда сит ил халыҡтарына миһырбанлыҡ күрһәткәнен, бөйөк яҙыусы Гетеға уҡ-һаҙаҡ бүләк иткәнен, Кутузовтың "Любезные вы мои, башкиры!" тигән һүҙҙәрен бик күп тарихи сығанаҡтар дәлилләй.
Ғөмүмән, Бородино һуғышы — дәүләтебеҙ, милләтебеҙ тарихындағы иң сағыу, бай йөкмәткеле биттәрҙең береһе ул. Ошо осор ваҡиғаларын артабан да өйрәнеү, батырҙарҙың исемен асыҡлау, иҫтәлеген мәңгеләштереү — хәҙерге быуын алдында торған мөҡәддәс бурыс. Яу ҡырында урыҫ һалдаттарының башҡорт, мишәр, татар, ҡалмыҡ һәм башҡалар менән иңгә-иң терәшеп көрәшеүен барыбыҙ ҙа белергә тейеш, юғиһә йыш ҡына ваҡ милләттәрҙең мәнфәғәте ситтә тороп ҡалыусан. Кутузов әйтмешләй, Мәскәү әле тотош Рәсәй түгел.
Я. УСМАНОВ.


Вернуться назад