Күңел ғәмәле изгелектән тора07.09.2012
Күңел ғәмәле изгелектән тораҮҙенең 100 йәшен билдәләгән Заһиҙә Әхмәҙулла ҡыҙы Вәлитова Красноусол ауылында йәшәй.
Ғафури районының иң матур ауылдарының береһе — Ҡолҡанда ете ҡыҙ, ике малай араһында тыуып үҫә ҡыҙ. Бала сағы ауыр осорға тура килһә лә, әллә ни ҡыйынлыҡ кисермәй ул.
Ун алты йәшкә тиклем балда-майҙа ғына йөҙөп йәшәһә лә, артабанғы тормошо бик еңелдән булмай. 1928 йылда Әхмәҙулла ҡартты ике ат, өс һыйыр, күпләп умарта тотаһың тип, “кулак” мөһөрө тағып, барлыҡ мөлкәтен тартып алалар. Ярай әле һөргөнгә ебәрмәйҙәр, ауылда ҡалдыралар. Бәлки, туғыҙ балаһын кем ҡарар, тигәндәрҙер. Хәләл көсөн, әсе тирен түгеп тапҡан малдан бер көн эсендә ҡолаҡ ҡағыуына ҡарамаҫтан, Әхмәҙулла яңынан донъя ҡорорға, балаларын аяҡҡа баҫтырырға үҙендә көс таба. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бейек ағас башына түмәр умарта күтәргән ваҡытта, йығылып төшөп, мәрхүм булып ҡуя.
Ҡыҙ бала атай йортонда ҡунаҡ ҡына, тиҙәр. Үҙ мәле еткәс, Заһиҙә лә Ташбүкән ауылы егете Абдулвәлигә тормошҡа сыға. Йәштәр һәүетемсә генә йәшәп алып китә. Заһиҙә урындағы промартелдә эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр менән бер рәттән урманда ағас киҫә, ҡап, септә һуға, бакауиш (йүкә арҡан) ишә. Шулай гөрләтеп йәшәп кенә ятҡан мәлдә һуғыш башлана. Ауылдағы барлыҡ ир-ат менән уның ире лә фронтҡа китә. Бөтөн эш ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ҡарт-ҡоро иңенә тороп ҡала.
— Һуғыш ваҡытында ҡот осмалы аслыҡ булды. Хәҙер барыһын да ал да гөл итеп күрһәтһәләр ҙә, аслыҡтан шешенеп үлеүселәр ифрат күп ине. Мин дә үлер инем, ярай әле һыйырым булды, аҡтан өҙөлмәнем, аслыҡтан шул ҡотҡарҙы. Усолкаға көйәнтәләп ҡатыҡ алып барып һатып, икмәккә алмаштырып алып ҡайта инем.
1974 йылда, һуғыш яраларын күтәрә алмайынса тормош иптәше вафат булғандан һуң, уны берҙән-бер ҡыҙы Заһира үҙе янына Красноусолға күсереп ала. Бөгөн ул ҡыҙының тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Заһиҙә әбейҙең зиһене теүәл, һәйбәт күрә, үҙ аяғында елтерәтә баҫып йөрөй, тик ҡолағы ғына насарыраҡ ишетә. Аллаһы Тәғәләнең барлығына инанған, хәләл ризыҡ ейгән Заһиҙә Вәлитованың тормош юлы, донъяға ҡарашы оҙаҡ йәшәргә теләгәндәргә өлгө булып тора.
С. МЕНӘҮӘРОВ.
Ғафури районы.


Вернуться назад