Ғүмер буйы яратып уҡыған “Башҡортостан” гәзитенең 95 йыллығы айҡанлы уй-фекерҙәремде еткерергә булдым. Баҫманы мәктәптә уҡыған осорҙан, йәғни үткән быуаттың 50-се йылдарынан алдырам.
Башҡортостан радиоһында эшләгәндә көн дә иртән телеүҙәккә барышлай (ул ваҡытта типография Карл Маркс урамында ине) гәзитте алып, иң элек баш мәҡәләне уҡып, эстәлеге менән танышып, яңылыҡтарҙы республика халҡына еткерә торғайным. Эш көнөм шулай башлана ине. Әле лә гәзит уҡымаһам, күңелем тыныс түгел, нимәлер етмәгән һымаҡ.
Һуңғы йылдарҙа гәзиттең йөкмәткеһе байыны, тормоштоң төрлө яҡтары яҡтыртыла, ғаилә, тәрбиә темалары, файҙалы кәңәштәр урын ала. “Аҡмулла”, “Сәләмәт булайыҡ!” һәм башҡа махсус биттәр ҙә уҡыусының зауығына тап килерлек. Мәрйәм Бураҡаеваның, Ләлә Бейешеваның фәһемле мәҡәләләрен, Венер Исхаҡовтың юморескаларын, Салауат Әбүзәровтың шиғырҙарын яратып уҡыйым. Танылған шағирә Тамара Ғәниеваның (2012 йыл, 8 август) “Асыҡларға ваҡыт!” тигән мәҡәләһен уҡып кинәндем. Фәһемле, уйландыра торған яҙма.
Ғөмүмән, олпат гәзитебеҙ — оло кәңәшсе. Һәр йыл уға тәүгеләрҙән булып яҙылам. 2013 йылға ла хәстәрлек күреп ҡуйҙым. Яҡындарыма ла яҙҙырам.
Лира ФӘЙЗУЛЛИНА,
Башҡортостандың халыҡ артисы.