“Төньяҡ амурҙары”ның серле байрағы06.09.2012
Башҡорт халҡының хәтерендә тәрән эҙ ҡалдырған тарихи ваҡиғаларҙың береһе — 1812 йылғы Ватан һуғышының хәтирәләре булып “Любизар”, “Ҡаһым түрә” кеүек йырҙар, риүәйәттәр беҙҙең көндәргәсә һаҡланып килеп еткән.
Әммә шул осорҙан ҡалған матди ҡомартҡылар ҙа бихисап. Уларҙың бер нисәһе Германия музейҙарында һаҡлана. Мәҫәлән, 1814 йылда Шварца ауылында сиркәү көмбәҙенә атҡан башҡорт яугиренең уғы бөгөн Германияның Рудольштадт ҡалаһында Хайдексбург дәүләт музейында һаҡлана. Ә Шварца ауылында уның тимер күсермәһе ҡуйылған. Шулай уҡ Германияның бер музейында башҡорт яугиренең кейеме һаҡланыуы мәғлүм. Башҡортостанда ла “Төньяҡ амурҙары”нан ҡалған бер уникаль ҡомартҡы бар. Ул — республиканың Милли музейында һаҡланған Башҡорт полкының байрағы.
Был байраҡ — 1812 йылғы Ватан һуғышынан ҡалған берҙән-бер матди ҡомартҡы. Ул һорғолт-һары төҫтәге ебәк туҡыманан эшләнгән. Ҡомартҡыны һоро төҫтәге бәләкәй генә алты ҡырлы йондоҙҙар биҙәй. Уртала Рәсәй империяһының гербы — ике башлы бөркөт һүрәтләнгән, ә гербтың аҫтында мосолман символикаһы — ярым ай. Әләмдең өҫкө яғында һәм аҫтында ғәрәп графикаһы менән яҙылған текст бар. Рәсәй империяһы гербы өҫтөнә ниндәйҙер аббревиатура баҫылған: “О.Bh.б.П.5О”.
Был байраҡтағы яҙыуҙар нимәне аңлата һуң? Милли музейҙа тәржемә шулай бирелгән: “Тыныслыҡ байрағы. 1813 йылда эшләнгән. 11-се кантон башлығы подполковник Семеновский. 5-се башҡорт полкы бүләкләнгән байраҡ”. Тарих фәндәре кандидаты Р.Н. Рәхимов был байраҡтың 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡомартҡыһы булыуына шик белдерә. Ул үҙенең мәҡәләһендә етди дәлилдәр ҙә килтерә (Рахимов Р.Н. О надписи на “Башкирском знамени 1813 года” // Археография Южного Урала: Изучение документальных источников по истории развития языков народов Южного Урала: Материалы VI Межрегиональной научно-практической конференции. Уфа, 2006. С. 85 — 89.). Р. Рәхимов яҙыуынса, 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм урыҫ армияһының 1813 —1814 йылдарҙағы сит ил походтары осоронда башҡорт полктарын байраҡ менән бүләкләү тураһында тарихи мәғлүмәттәр юҡ. Ғәҙәттә, улар ниндәйҙер яуҙа күрһәткән батырлыҡ өсөн бирелгән һәм әләмдә ошо һуғыштың исеме яҙылыр булған. Француз яуы осоронда иррегуляр ғәскәрҙәрҙән тик Дон казактары полктары ғына Георгий байрағына лайыҡ булған, тип яҙа автор.
Бынан тыш, тарихсы башҡорт байрағындағы яҙыуҙарҙың ысынбарлыҡҡа тап килмәүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Подполковник Семеновский 11-се башҡорт кантоны башлығы булыуы мөмкин түгел, ғәҙәттә, кантон башлыҡтары итеп башҡорттарҙы ҡуйыр булғандар, тип яҙа Р. Рәхимов. Шулай уҡ француз яуы осоронда башҡорт полктарына етәкселек иткән урыҫ офицерҙары араһында подполковник Семеновскийҙың фамилияһы осрамай, ти тарихсы. Рәсәй императоры ғына байраҡ бүләк итеү хоҡуғына эйә булған, тип өҫтәй.
Ошонан сығып, Р. Рәхимов Милли музейҙа һаҡланған Башҡорт полкы байрағы 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм урыҫ армияһының 1813—1814 йылдарҙағы сит ил походтары осорона ҡарамай тигән һығымта яһай. Был ҡомартҡы йөҙбашы байрағы ла, кантондыҡы ла, башҡорт полкы байрағы ла түгел, тигән фекерҙә. Ысынында был ниндәй ҡомартҡы һәм ҡайҙан килеп сыҡҡан тигән һорауға бөгөн дә яуап юҡ. Бәлки, артабан музей фондын тикшереү һөҙөмтәһендә был серле экспонаттың килеп сығышы асыҡланыр, тип һүҙен йомғаҡлай Р. Рәхимов.
Тарихсы ҡуйған һорауға быға тиклем яуап эҙләүселәр элек булмағанмы ни? Булған, әлбиттә. Мин, 2007 йылда “Башҡорт халҡының хәрби даны” (ул китап урыҫ телендә “Воинская слава башкирского народа” тигән исем менән донъя күрҙе) китабын яҙған мәлдә, әлеге байраҡ тураһында материалдарҙы өйрәндем. Был ҡомартҡы хаҡында совет заманында уҡ тикшеренеү үткәргәндәре асыҡланды. Билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе, археолог Рәүеф Барый улы Әхмәров 1969 йылда сыҡҡан “Знамена подвигов” исемле брошюрала әлеге байраҡ тураһында ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәттәр килтергән. Әйткәндәй, ул 1958 — 1972 йылдарҙа республиканың тыуған яҡты өйрәнеү (бөгөнгө Милли музей) музейының директоры булып эшләгән. Р. Әхмәров байраҡтағы яҙыуҙарҙың тәржемәһен биргән, бынан тыш “О.Bh.б.П.5О” билдәләренә лә үҙенең фаразын килтергән.
Уның яҙыуынса, байраҡтың өҫтөндә (фотоны ҡарағыҙ) ғәрәп телендә кәлимәи шәһәдә, йәғни иман килтереү һүҙҙәре бирелгән: “Лә Иләһә Иллә Аллаһ, Мөххәмәдүр-рәсүл Аллаһ!” Әләмдең аҫҡы өлөшөндә иҫке төрки телендә: “Был тыныслыҡ әләме 1813 йылда эшләнелде... поход мәлендә... 11-се кантон начальнигы подполковник Семеновский”, — тип яҙылған.
Иң мөһиме шунда: Р. Әхмәров байраҡтың уртаһында яҙылған бик тә ҡыҙыҡлы аббревиатураның (“О.Bh.б.П.5О”) аңлатмаһын бирә. Уның фаразлауынса, бында “Отдельная башкирская кавалерийская бригада, полк — 5” тигән һүҙҙәр яҙылған. Ниндәй сығанаҡтарға таянып автор ошондай фекергә килгәндер — уныһы билдәһеҙ.
Миңә байраҡтағы яҙыуҙың тәржемә итеп бөтөлмәгән урындары тынғы бирмәне. Ошо мәсьәлә буйынса билдәле ғалим, филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғоловҡа мөрәжәғәт иттем. Миңлеғәле Хөсәйен улы байраҡтағы тексты ентекле ҡарап сыҡҡас, үҙенең бик ҡыҙыҡлы фекерҙәре менән уртаҡлашты. Байраҡтағы ғәрәп хәрефтәре асыҡ бирелмәгән, яҙыуҙарҙы төрлөсә тәржемә итергә мөмкин, тине ғалим. Мәҫәлән, уның фекеренсә, “11-се кантон начальнигы подполковник Семеновский” яҙыуын “бригадный начальник подполковник Семеновский” тип тә уҡырға була.
Минеңсә, М. Нәҙерғоловтың әлеге тәржемәһе серле байраҡтың килеп сығышын асыҡларға мөмкинлек бирә. Әйҙәгеҙ, фаразлап ҡарайыҡ. Беренсенән, подполковник Семеновский кантон башлығы була алмаһа, бригада начальнигы вазифаһын башҡарыуы бик мөмкин. Икенсенән, “бригада начальнигы” тәржемәһе, Р. Әхмәровтың “О.Bh.б.П.50” аббревиатураһының аңлатмаһы менән тап килә. Ул да “башҡорт бригадаһы” тураһында һүҙ йөрөтә бит.
Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, ошо фаразлауҙарҙы тарихи факттарға бәйләп ҡарайыҡ. Билдәле булыуынса, 1-се, 2-се башҡорт полктары 1811 йылдағы батша указы менән ойошторола. Ә 1812 йылдың июнендә Наполеон армияһы Рәсәйгә баҫып ингәс, башҡорттар батша указын көтөп тормайынса, изге яуға ғәскәр туплай башлай. Полктар Ырымбур губернаторы Волконскийҙың фарманына ярашлы ойошторола.
1812 йылдың 8 авгусында император Александр I башҡорт полктарын ойоштороу тураһында указы сыҡҡан мәлдә губернатор һәм башҡорттарҙың инициативаһы менән 3-сө, 4-се, 5-се башҡорт полктары барлыҡҡа килгән була. Иң ҡыҙығы шунда: тарихсы С.Е. Калинин “Башкиро-мещерякское войско в 1812–1814 гг.” тигән мәҡәләһендә (www.reenactor.ru) “...полки уже 14 августа выступили в поход в действующую армию, составив бригаду под командованием подполковника Оренбургского гарнизонного полка П. Тихоновского”, — тип яҙа. Билдәле тарихсы-ғалим, “Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года” (Өфө, 1964 йыл) китабы авторы Ә.Н. Усманов та уның һүҙен ҡеүәтләй: “23 сентября бригадный начальник башкирских конных полков подполковник оренбургского гарнизонного полка Тихоновский донес М.И. Кутузову: “Следующее из Оренбурга башкирские пятисотенные конные № 3-й, 4-й, 5-й полки по повелению Вашей светлости, объявленному нижегородским гражданским губернатором Рудновским, в корпус генерал-лейтенанта Витгенштейна к Полоцку в местечко Соколица последовали через Нижний Новгород 5-й – 9-го, 4-й – 17-го, 3-й – 18 числа сего месяца”.
Тимәк, 3-сө, 4-се, 5-се Башҡорт полктары һуғышҡа китеп барышлай, йәғни поход мәлендә, бригаданы тәшкил иткән булып сыға. Байраҡта телгә алынған “бригадный начальник подполковник Семеновский” подполковник П. Тихоновский түгелме икән? Фамилиялары ла оҡшаған бит. Байраҡты эшләүселәр әҙерәк хата ебәрмәнеме икән? Бәлки, был байраҡ 1812 йылда губернатор Волконский һәм бригада начальнигы подполковник П. Тихоновский инициативаһы менән эшләнгәндер? Сөнки был өс полк Ватан һуғышы башланған осорҙа яуға оҙатылған тәүге башҡорт полктары булған бит. Ошонан сығып, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған был ҡомартҡы 1812 йылғы Ватан һуғышы менән туранан-тура бәйле, тип уйлайым.
Киләсәктә телсе-ғалимдар, был байраҡтағы яҙыуҙарҙы ентекле өйрәнеп, “Төньяҡ амурҙары”нан ҡалған серле ҡомартҡының тарихын асыҡларға ярҙам итер, тип ышанам.
Азат ЯРМУЛЛИН,
“Башҡорт энциклопедияһы”
ғилми нәшриәтенең
тарих бүлеге мөдире.


Вернуться назад