Риф Сөләймәнов Салауат районының Лағыр ауылында тыуып үҫкән. 1968 йылда Ҡазан дәүләт педагогия институтының музыкаль-педагогия факультетын тамамлаған.
Оҙаҡ йылдар СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. 20 тапҡыр фольклор экспедицияһында ҡатнашып, өс меңгә яҡын башҡорт халыҡ йырын, көйөн яҙып алған. Биш йөҙгә яҡын фольклор көйөн нотаға һалған.
Риф Сафый улы — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, сәнғәт белгесе. Фольклорсының ғилми ҡаҙаныштарының юғары өлгөләре — нотаға яҙылған йырҙары ингән дүрт йыйынтығы һәм өс монографик хеҙмәте: “Урал халыҡ ижады ынйылары”, “Башҡорт думбыраһы”, “Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттарының йырҙары”. Уның ғилми етәкселегендә һигеҙ томлыҡ “Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте” йыйынтыҡтары нәшер ителгән.
Ҙур ғалим һәм маһир башҡарыусының онотола башлаған әйтеш, ҡобайырҙарҙы радионан үҙе думбырала уйнап сығыш яһауын күптәр яратып тыңлағандыр. Ул йәштән мандолинала, гитарала, балалайкала, гармунда оҫта уйнаусы булып танылған. Ҡыл-ҡумыҙ, думбыра, кларнетта ла көй сығара. Ғалим башҡорт думбыраһы, башҡорт скрипкаһы — ҡыл-ҡумыҙ, дөңгөр кеүек музыка ҡоралдарын тергеҙә.
Киң ҡырлы талант эйәһенә уңыштар еңел генә бирелмәй. Мин белгәндән генә Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Риф Сафый улының бик тәфсирләп, ентекләп, күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп әҙерләнгән ҡалын-ҡалын ноталы ҡулъяҙмалары оҙаҡ йылдар баҫылмай саңланып ятты.
Хөкүмәтебеҙ һәләтле, егәрле, эшһөйөр улының хеҙмәтен юғары баһаланы — Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Был ҡыуаныслы ваҡиға Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының 80 йыллығына арналған “Урал-Алтай: быуаттар аша киләсәккә” V Бөтә Рәсәй төркиәт конференцияһы барған көндәрҙә булды. Әйткәндәй, был мәртәбәле форумға Риф Сөләймәнов рәйеслек итте һәм 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған башҡорт халыҡ йырҙары тураһында бай йөкмәткеле доклад менән сығыш яһаны.
Һоҡланғыс шәхес, ҙур ғалим Риф Сафый улы үҙенең бар ижади эшендә һәм тормошонда тоғро, фиҙаҡәр хәләл ефете Һылыубикә апай менән 40 йылдан ашыу татыу һәм матур, мөхәббәтле ғүмер кисереп, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бала-сағалары, ейән-ейәнсәрҙәре һөйөүенә һәм ҡурсауына күмелеп, һөйөклө олатай һәм өләсәй бәхетен дә кисереп, ҡыуанып йәшәй улар бөгөн дә.
Зәйтүнә ХАНОВА.
Салауат районы.