Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел06.09.2012
Данлыҡлы Баймаҡ районының Темәс ауылы буйлап киләм. Бындағы тәбиғәттең иҫ киткес хозурлығына, йорттарҙың төҙөклөгөнә, мәсеттең күркәмлегенә, халыҡтың ҡунаҡсыллығына һоҡланып йөрөйөм. Моңло аҙан тауышы күңелде иркәләй.
Дүрт йыл элек вафат булған ғәзиз ҡан-ҡәрҙәштәремдең ҡәберен күреү ине ниәтем. Зыяратҡа килеп инеү менән барлыҡ Темәс халҡына булған хөрмәтем юҡҡа сыҡты. Ул ҡот осҡос хәлдә ине. Ҡәберлектәр араһына кеше ҡулы теймәгән. Бөтә ерҙе йырып сыҡҡыһыҙ селек ҡыуағы баҫҡан. Күҙ йәштәремә быуылып тиҙерәк сығып киттем. Өмә ойоштороп, яҡындарыбыҙҙың мәңгелек йортон тәртипкә килтереп булмаймы икән?...
Гөлгөнә АБДРАФИҠОВА.
Салауат ҡалаһы.


Вернуться назад