Өлкән йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, милли баҫмаларҙы хәлдән килгәнсә уҡып барырға тырышам. Һуңғы аҙнала Шамил Кучуков алып барған “Асыҡларға ваҡыт” тапшырыуын да ҙур иғтибар менән ҡараным.
Ул Башҡортостан әҙиптәре хаҡында ине. Тапшырыу тәрән йөкмәткеле, әүҙем алып барылды. Яҙыусылар союзының ижади эштәре, проблемалары тураһында бәйән ителде. Хәлдәр бик шәптән түгел икән шул. Әммә бирешмәйһегеҙ.
Хәҙерге быуын йәштәре өсөн типик образ кем ул? Улар кемдән үрнәк алырға тейеш? Романдар, повестар, хикәйәләр уҡыусыға фәһем йә ғибрәт бирә. Ошоларҙан сығып кеше үҙ-үҙен тәрбиәләй. Әҫәрҙәрҙә оптимизм өҫтөнлөк алһын, былай ҙа донъябыҙҙың аҫты өҫкә әйләнде. Бай рухлы, иртәгәһе көнгә ышанып, һәр саҡ ниндәй ҙә булһа ҡаршылыҡтарҙы, ауырлыҡтарҙы еңә белеүселәр, халҡы өсөн яуаплылыҡ кисергән шәхестәрҙе әҙәбиәт геройҙары итеп күрге килә.
Социалистик реализм методынан, коммунистик идеологиянан ҡотолдоҡ, капиталистик донъяла йәшәйбеҙ... Ә әҙәбиәт ниндәй ҡануниәт менән үҫергә тейеш?
Шәмсимөхәмәт РӘШИТОВ.
Архангел районы,
Оҙондар ауылы.