Гәзит — уртаҡ хеҙмәт емеше06.09.2012
Августа редакцияға уҡыусыларыбыҙҙан 200-ҙән ашыу хат килде. 16 хат сара күреү өсөн урындарға ебәрелде, өс рәсми яуап алынды. Тормош ығы-зығыһына, мәшәҡәттәргә ҡарамай, тоғро дуҫтарыбыҙҙың сәләм юлларға ваҡыт табыуы ҡыуандыра. Араларҙы һыуытмай, хәбәрҙәр ебәреүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ!
Әүҙем авторҙарыбыҙ был юлы ла беҙҙе фәһемле яҙмалары, шиғырҙары, мәҡәләләре менән һөйөндөрҙө. Хаттарҙың йөкмәткеһе төрлөсә. Берәүҙәр, мәҫәлән, шатлыҡ-ҡыуанысы менән уртаҡлашһа, икенселәр кемгәлер һоҡланыуын, ихтирамын белдерә, бәғзеләрҙе гәзитте таратыу мәсьәләһе борсой. Баҫманы ваҡытында ала алмағандар: «Аҡсаһын түләп тә, гәзитте уҡып булмай», — тип хафалана. Бындай үтенесле хаттарҙы Федераль почта элемтәһе идаралығы етәксеһе Ирек Ғәлимовҡа ебәрҙек. Беҙ ҙә түҙемһеҙлек менән был хәлгә тулы, аңлайышлы яуап көтәбеҙ.
Яңы уҡыу йылы алдынан ҡайһы бер райондарҙа мәктәптәр ябылыуына бәйле борсоулы хәбәрҙәр алдыҡ. Телебеҙҙе һаҡлау, ҡурсалауға ҡағылған хаттар килеүҙән туҡтамай. Эскелек, эшһеҙлек, сит тарафтарға китеп эшләргә мәжбүр булған ир-ат яҙмышы тураһында ла уйлана уҡыусыбыҙ. Коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар артыуына ҡасан сик ҡуйылыр тип борсола күптәр. Ҡыҫҡаһы, илебеҙ тормошондағы үҙгәрештәргә битараф түгел гәзит уҡыусы. Ҡәләмгә үрелеп, ғүмерендә бер тапҡыр ҙа хәбәр яҙмаған кеше лә өндәшмәй ҡала алмай бөгөн.
Булмаһа, бер нисә хатты бергәләп уҡыйыҡ.
Өфө ҡалаһында йәшәүсе күптәнге авторыбыҙ Хәлил Сафиуллиндың хаты: «Хәлит Ҡотлогилдин М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында күп йылдар эшләне, төрлө ролдәрҙә уйнаны. Үҙгәртеп ҡороу замандары башланғас, «Толпар» фирмаһының генераль директоры вазифаһын башҡарҙы. Ҡул аҫтында эшләгәндәрҙең күбеһе үҙ эшен булдырҙы. Күп эҙләнеүҙәрҙән һуң, ниһайәт, ул да үҙ юлын тапты. Инде 20 йыл Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратында эшләй, намаҙ уҡый, ураҙа тота». Автор фекеренсә, эргәбеҙҙәге ошондай булдыҡлы, намыҫлы зыялыларҙы күрә белергә кәрәк. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Айрат Исҡужин иһә бынан 50 йыл элек «Баймакский рабочий» гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләгәндән бирле матбуғатҡа мөнәсәбәтенең ҡырҡа үҙгәреүе, баҫманы сығарыуға ни тиклем ҙур хеҙмәт һалыныуы хаҡында яҙа. «Тик редакцияла оҙаҡ эшләргә насип булманы. Мине райкомдың пропаганда һәм агитация бүлегенә яңы вазифаға үрләттеләр. Был эштә лә матбуғаттан айырылманым, киреһенсә, районда гәзит-журналдарҙы халыҡҡа таратыу эшен киңерәк йәйелдереп ебәрергә ярҙам иттем. Һуңғы осорҙа туған телебеҙҙә сыҡҡан төп баҫмабыҙ — «Башҡортостан» гәзитенең йөҙө үҙгәрҙе, көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелә башланы. Ниәтләгән юлығыҙҙан тайпылмағыҙ, алға атлағыҙ», – тиелә хатта.
Ошо көндәрҙә 2013 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу башланды. Байтаҡ уҡыусыбыҙ яратҡан баҫмаларына яҙылып өлгөргән дә икән. Ишембай районының Һайран ауылынан Ғәлимйән Яҡупов киләһе йылдың беренсе яртыһына «Башҡортостан»ға яҙылыуын хәбәр иткән. «Гәзитте 1951 йылдан бирле алдырам. Бер йылда ла яҙылмай ҡалғаным юҡ. Мәҡәләләрҙең барыһын да тулыһынса уҡып сығам. Элек «Башҡортостан»да повестан, романдан өҙөктәр бирелә торғайны. Һуңғы ваҡытта улар бик һирәк сыға. Киләсәктә лә әҙәби әҫәрҙәр баҫылһа шәп булыр ине», — тигән теләген белдерә автор. Дүртөйлө ҡалаһынан Айрат Хәмитов: «Гәзитһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтерә алмайым. Бигерәк тә юрист кәңәштәре, яңы закондар менән таныштырыуығыҙ оҡшай. Шуға август айында уҡ яҙылып ҡуйҙым», — тип квитанцияның күсермәһен ебәргән. Хәйбулла районының Байғусҡар ауылынан Сәйфулла Баймырҙин да гәзит хаҡында йылы һүҙҙәр яҙған: ««Башҡортостан» гәзитен көндәлек ҡулланма кеүек күрәм. Ауыл хужалығы, дин тураһындағы мәҡәләләрҙе яратам. Ҡайһы бер урындарын ҡабат-ҡабат уҡып сығам».
«Бына быйыл да һеҙгә яҙам, сөнки «Башҡортостан»ды көтөп алам. Бөтә ғаиләбеҙ менән яратып уҡыйбыҙ, республикалағы, райондарҙағы яңылыҡтар, ваҡиғалар менән танышабыҙ, сит ил хәбәрҙәре лә ҡыҙыҡһындыра», — тип яҙған Мәләүез районының Смаҡ ауылынан Тәлғәт Хәбибуллин. Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылынан Илтүҙәр Харунов баҫманы 1960 йылдан бирле алдырыуы тураһында хәбәр итеп, рәхмәт белдергән. Әбйәлил районының Әбдрәш ауылынан Сара Абдуллина иһә гәзитте уҡытыусы булып эшләгәндән бирле яҙҙырыуы, әле пенсияла булһа ла баҫманан айырылмауы хаҡында бәйәнләгән. Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Әҡсән Нурмөхәмәтов: «Гәзитте оҙаҡ йылдар алдырып, бөтә ғаиләбеҙ менән яратып уҡыйбыҙ», — тиһә, Дәүләкән районынан Кәримә Сафиуллина ла шул уҡ фекерҙә. Журналистар уйлап тапҡан һәр рубрика, ҡыҙыҡлы темалар авторҙың күңеленә хуш килгән. «Гәзиттең килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алам, бер тында уҡып сығам», — ти хат авторы. Баҫманың киләсәге тураһында уйланып, тираж хаҡында хафаланып яҙылған хаттар ҙа бар. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһынан Хәмзә Дауытов былай тигән: «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 150 мең кеше йәшәгән Салауат ҡалаһына 69 дана ғына «Башҡортостан» гәзите килә. Бындай күренеш хәүеф тыуҙыра».
Редакцияның айлыҡ почтаһы тос та, фәһемле лә булды. Матбуғаттың халыҡ алдындағы абруйы, телдең бәҫен күтәреү, халыҡтың көнкүреш сифатын яҡшыртыу юлдарын табыу, өлгөлө ғаиләләр, ҡыҙыҡ яҙмышлы кешеләр хаҡында мәҡәләләр көтә беҙҙән уҡыусы.
«Башҡортостан» — редакция хеҙмәткәрҙәренең генә түгел, бөтөн халыҡтың уртаҡ хеҙмәт емеше. Яратҡан гәзитегеҙҙе тағы ла уҡымлыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ, байыраҡ итеп күрергә теләһәгеҙ, битараф булмағыҙ, беҙгә хаттар яҙығыҙ, хәбәрләшеп торайыҡ, дуҫтар!


Вернуться назад