Башҡалар иҫәбенә “йылынғандар” бар06.09.2012
Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр, идара итеүсе компанияларҙың аралашсылығынан баш тартып, һыу һәм йылы менән тәьмин иткән компаниялар менән туранан-тура бәйләнешкә күсеү хоҡуғына эйә. Бының өҫтөнлөктәре ниҙә, етешһеҙлектәре бармы? Өфө ҡалаһы хакимиәтендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләренә арналған “түңәрәк өҫтәл”дә ошо турала һүҙ барҙы.
СССР-ҙың 50 йыллығы урамының 45/1 адресы буйынса урынлашҡан күп фатирлы йорт советы рәйесе Лидия Меньшованың фекеренсә, был ысулдың етешһеҙлегенә ҡарағанда өҫтөнлөктәре күберәк. Ул, торлаҡ хужалары үҙҙәренең йорттары менән идара итеү ысулын үҙҙәре һайларға тейеш, тип иҫәпләй. Йәғни, йорт советы, тәьмин итеүсе компаниялар менән килешеү төҙөп, коммуналь хеҙмәттәр өсөн туранан-тура үҙе түләй ала.
– Әле беҙҙең йортта торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә бурысы 90 мең һумдан ашып киткән фатирҙар бар. Ә тәьмин итеүсе компаниялар менән ваҡытында иҫәпләшеү зарур. Шуға ла был бурыстар йыш ҡына идара итеүсе компанияларҙан түләп барғандарҙың иңенә төшөрөлә, – тине ул. – Был ысул сығымдарҙы кәметеү һәм уларҙың ҡайҙа киткәнен белеү мөмкинлеген дә бирәсәк (һәр хәлдә һөҙөмтәһе буласаҡ, сөнки тин һумды һаҡлай), ә улар үҙ сиратында йортто хеҙмәтләндереүгә йүнәлтеләсәк. Беҙҙең проблемаларҙы кемдер килеп хәл итер тип көтөү дөрөҫ түгел, хужа икәнһең, ысын хужа булырға кәрәк.
Бының бер етешһеҙлеге бар: баҡтиһәң, тәьмин итеүсе компаниялар менән туранан-тура килешеү буйынса эшләгәндә түләү квитанциялары бермә-бер артасаҡ. Мәҫәлән, бөгөн икәү генә килһә, тура килешеүҙәрҙән һуң уларҙың һаны тиҫтәгә етеүе бар.
Ә бына “Өфөводоканал” предприятиеһының генераль директоры Вячеслав Гордиенко фекеренсә, идара итеүсе компаниялар аша эшләү тәьмин итеүселәргә күпкә уңайлыраҡ. Кире осраҡта, һәр йорт менән туранан-тура эшләү әле күҙгә күренмәгән өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙырасаҡ, бының өсөн предприятиеның мөмкинлектәре лә сикле. Шул уҡ ваҡытта “Идара итеүсе компаниялар йорттарҙы хеҙмәтләндереүҙән алған килеменә “йәшәргә” тейеш, ә һыу, йылы һәм газ иҫәбенә түгел. Әгәр фатир хужаһы һыу өсөн түләгән икән, ул шунда уҡ беҙгә килеп етеүе мотлаҡ”, – тине етәксе.
Үҙ сиратында “Өфөводоканал”ға ла дәғүәләр яңғыраны. Башҡортостандың Йорт комитеттары союзы рәйесе Арсен Нуриджанов фекеренсә, һәр кем үҙ фатирына ингән һыу өсөн генә түләргә хаҡлы. Әммә бөгөн ҡайһы берәүҙәр юғалтыуҙар өсөн дә “кеҫәһенән” сығарып һалырға мәжбүр. “Ни өсөн мин ҡайҙалыр юғалып ҡалған һыу өсөн түләргә тейеш?” тигән һорау бирҙе ул “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларға.
З. РӘШИТОВ.


Вернуться назад