Шишмәлә өлкәндәргә һәм балаларға айырым поликлиникалар төҙөлә. Эш ыңғай бара, өҙөклөк юҡ.
Ә бына 110 урынлыҡ балалар баҡсаһын ваҡытында сафҡа индерә алмағандар. Әле унда эш туҡтап ҡалған. Республика Дәүләт төҙөлөшө комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Гавва, объектты тикшереп, уны ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу өсөн өҫтәмә төҙөлөш ойошмаларын йәлеп итеү кәрәклеге хаҡында белдергән.
Мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында Шишмә районы хакимиәтенең мәғариф идаралығына мөрәжәғәт итеүебеҙ һөҙөмтә бирмәне — етәксе урынында булмай сыҡты. Башҡортостан Мәғариф министрлығының матди-техник базаны үҫтереү бүлеге етәксеһе һорауыбыҙҙы республиканың Дәүләт капиталь төҙөлөш идаралығына йүнәлтте. Әммә уның етәксеһе менән бәйләнешкә индермәнеләр.
Эшкә бындай мөнәсәбәт булһа, йыл аҙағынаса төҙөлөп бөтөргә тейешле 52 балалар баҡсаһы үҙ ишеген ваҡытында асырмы? Редакция Шишмәләге хәл буйынса аңлатма көтөп ҡала.
Д. ИШМОРАТОВА.