Ҡуянтау ауылы халҡы уҡыу йылын күтәренке кәйеф менән ҡаршы алды. Ҡыуаныстың да ниндәйе бит — көтөп алынған өр-яңы мәктәп!
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов күптән түгел Баймаҡ районына килгәндә, Ҡуянтау мәктәбен дә ҡарап, төҙөлөш менән ҡәнәғәт булғайны. Эш майҙа ғына башланыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡына Белем көнөнә ҙур бүләк яһалды. Заманса мәктәп 108 балаға иҫәпләнгән. Кабинеттарҙа — өр-яңы парта, ултырғыстар. Иркен ашхана, спорт залы, китапхана ла тейешле йыһаз менән тәьмин ителгән. Компьютер класы, инглиз телен өйрәнеү өсөн лингофон кабинеты, ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым хеҙмәт дәресе бүлмәләре бар.
Мәктәп янында ҡаҙанлыҡ сафҡа индерелгән, бина газ менән йылытыла. Йылы һыу ҙа үткәрелгән. Тимәк, уҡытыусыларға — ең һыҙғанып эшләргә, балаларға тырышып уҡырға ғына ҡала.
К. ИШБУЛДИНА.
Баймаҡ районы.