Аҡмулла исемендәге майҙанда, педагогия университеты корпустарының береһенең алдында, яңы уҡыу йылы башланыу айҡанлы тантана үтте.
Илдәге педагогия вуздары араһында өсөнсө урынды яулаған университет студенттарын ҡотларға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, республика Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов, баш ҡаланың Киров районы хакимиәте башлығы Динар Хәлилов, республиканың мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе урынбаҫары Наил Нурмөхәмәтов килде.
— Илебеҙҙә байрам бик күп, шулай ҙа Белем көнө — айырым дата, — тине Константин Толкачев. — Был көн тормошта юл күрһәтә, уңышҡа нигеҙ һала. Бөгөн уҡытыу мәсьәләһе һис ҡасан да булмағанса ҙур әһәмиәткә эйә. Республика етәксеһе Рөстәм Зәки улы Хәмитов билдәләүенсә, йәштәр сифатлы белем алһын өсөн мәғариф өлкәһен нығытыуҙан да мөһимерәк бурыс юҡ.
Марат Мәрҙәнов, юғары уҡыу йортонда спортҡа ҙур иғтибар бүленеүен билдәләп, педагогия университеты студенткаһы Оксана Савченконың Лондондағы Паралимпия уйындарында еңеү яулауын телгә алды.
— Бөтә ил менән бергә ҡыйынлыҡтарҙы үткәреп, студенттар спорты үҫеш алды. Бөгөн Рәсәйҙең Олимпия йыйылма командаһы ағзалары үҙҙәренең туған мәктәптәренә ҡайтып, уңыш тарихы хаҡында һөйләйәсәк, — тине ул. Күп тапҡыр сурдолимпия чемпионы, Лондондағы Паралимпияла сығыш яһаған йөҙөүсе Илья Тришкин да быйыл педагогия университеты студенты булды.
Юғары уҡыу йортона ошо көндәрҙә Башҡортостандың төрлө ҡалалары һәм райондарынан, Татарстандан, Тыванан, Силәбе, Һарытау һәм башҡа өлкәләрҙән 1303 кеше беренсе курсҡа уҡырға килде. Иң ҙур конкурс “Психология” һәм “Һөнәри белем биреү” факультеттарында үтте. Студенттарға билеттар, өлгәш кенәгәләре, символик белем асҡысы тапшырылды.
Ғ. ХӘБИРОВ.