Алға, ғилемгә табан!04.09.2012
1 сентябрь кисендә Өфөнөң Рус дәүләт драма театры алдындағы майҙан гөрләп торҙо. Йәшлек дәрте ташып торған студенттарыбыҙ яңы уҡыу йылын шулай ҙур байрам менән башлап ебәрҙе.
“Белем марафоны”нда республика Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны, йәштәрҙе Белем көнө менән ҡотланы.
— Уҡыуығыҙҙа уңыштар, ныҡлы әҙерлекле белгес булып етешеүегеҙҙе теләйем, — тине Рөстәм Зәки улы. — Беҙ һеҙгә ышанабыҙ. Яҡшы уҡыу өсөн дәүләт тарафынан барлыҡ мөмкинлек булдырыласаҡ.
“Белем уты” яндырылғандан һуң сара байрам концерты менән дауам итте. Кискеһен иһә сәхнәгә “VIA Чаппа”, “Йылан йылы” төркөмдәре күтәрелде. Унан эстафетаны Өфөнөң билдәле диджейҙары алды.
Д. ИШМОРАТОВА.


Вернуться назад