Белем көнөнә ҡарата яңы мәктәп асыу — республикабыҙҙың матур йолаһы. Быйыл да унан ситләшеү булманы — баш ҡаланың Дим районында 101-се мәктәп ишектәрен асты. Уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та килде.
Өс ҡатлы мөһабәт бинаны ни бары ете ай эсендә төҙөнөләр! Әле яңы ғына был урында авария хәлендәге 1937 йылда уҡ төҙөлгән иҫке бина тора ине. Бай тарихлы мәктәп быйыл 75 йыллығын билдәләй, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында хатта госпиталь дә эшләгән. Әммә тарих тарих менән, ә уҡыусылар өсөн заманса, уңайлы уҡыу йорто кәрәк. Дим районында йәшәгән ата-әсәләр Башҡортостан Президентына мөрәжәғәт итеп, яңы мәктәп төҙөү мәсьәләһен күтәрә. Төҙөлөш Рөстәм Хәмитовтың шәхси контроле аҫтында бара.
— Яңы мәктәп оҡшаймы һуң? — тип һораны Президент.
Балалар бер тауыштан “эйе” тип яуап бирҙе. Оҡшамаҫлыҡ та түгел шул: иркен, яҡты кабинеттар, заманса спорт залы, ашхана, компьютер технологиялары кабинеты. Әйткәндәй, һәр бүлмәгә Интернет үткәрелгән, проекторҙар ҡуйылған. Алты интерактив таҡта һәм “Мөғжизәле ҡаурый” тип аталған интерактив ҡорамал бар. Ә мәктәптең спорт залында “Урал” волейбол клубы өсөн спортсылар әҙерләйәсәктәр.
— Тик яҡшы уҡығыҙ. Бындай шәп мәктәптә “5”-кә генә уҡыусылар күп булырға тейеш. Яңы уҡыу йортоноң ишектәре асылыу менән ҡотлайым, уны һаҡлағыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Төҙөлөш һәм бинаны тулыһынса йыһазландырыу өсөн республика бюджетынан 200 миллион һум аҡса тотонолған. Рөстәм Зәки улы мәктәп менән танышып сыҡты, уҡыусылар, йәш спортсылар менән аралашты.
Был мәктәп уҡытыу сифатының юғары булыуы менән билдәле. Уҡыусыларҙың күпселеге Рәсәй олимпиадаларында ҡатнаша, ә былтыр уларҙың 91 проценты илдең һәм республиканың юғары уҡыу йорттарына ингән.
Ә. ӘЙҮПОВА.