Төбәгебеҙгә Ҡытай яҡыная04.09.2012
Төбәгебеҙгә Ҡытай яҡынаяБашҡортостанда "Европа – Көнбайыш Ҡытай" халыҡ-ара транспорт юлы сиктәрендә "Баулы – Күмертау" юл участкаһын төҙөү башланды. Беҙҙең республикала юлдың оҙонлоғо 265 километр тәшкил итә. Ул Йәрмәкәй, Бәләбәй, Әлшәй, Бишбүләк, Миәкә, Стәрлебаш, Федоровка, Мәләүез һәм Көйөргәҙе райондары аша үтәсәк һәм федераль әһәмиәттәге "Өфө – Ырымбур" трассаһы менән тоташасаҡ.
Юл төҙөлөшөн башлау тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов, "Рәсәй автомобиль юлдары" дәүләт компанияһы идаралығы рәйесе Сергей Кельбах ҡатнашты.
– Йәрмәкәй районында мөһим объектты асыуға старт бирәбеҙ. Ул стратегик әһәмиәткә эйә. Шәхси инвестиция һалынған был юл — республикала тәүгеһе, – тине вице-премьер Рәүеф Ноғоманов.
– Автомагистралдең нәҡ Башҡортостан аша үтеүенә ҡыуанам, әлбиттә, бында Президент Рөстәм Хәмитовтың өлөшө ҙур, – тине Сергей Кельбах. – Юл, ҡалалар һәм ауылдар араһында бәйләнеште тағы ла киңәйтеп, төбәк-ара автомобиль ташыуҙарын әүҙемләштерәсәк. Бынан тыш, күп кенә эш урындары буласаҡ.
Башҡортостан аша үткән юл киләсәктә төбәктең инфраструктураһын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, яҡындағы биләмәләргә инвестиция һалыуға ла ҡыҙыҡһыныу артасаҡ.
С. ҒӘЛИН.


Вернуться назад