Нефтселәр көнө айҡанлы ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Һигеҙ тиҫтә йыл эсендә “Башнефть” ҙур булмаған трестан юғары етештереү һәм финанс һөҙөмтәләре күрһәткән уңышлы эшләүсе компанияға әүерелде.
Ойошманың ҡаҙаныштарын сағылдырған һәр уңыш, һәр күрһәткес — һеҙҙең ҡаһарманлыҡ, тырышлыҡ, яуаплылыҡ, һөнәри оҫталыҡ, һайлаған эшегеҙгә тоғролоҡ һәм фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө.
Бөгөн беҙ оло быуын нефтселәрҙең хеҙмәтен ҙур ихтирам, рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алабыҙ. Тап уларҙың батырлығы һөҙөмтәһендә республика һәм бөтә ил иҡтисадының нигеҙенә әүерелгән тотош тармаҡ барлыҡҡа килде.
“Башнефть” коллективына тайпылышһыҙ алға барыуҙы теләйем. Хеҙмәт ҡаҙаныштарығыҙ, һөнәрегеҙгә һөйөү өсөн ихлас рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға бәхет, именлек юлдаш булһын. Нефтселәр көнө менән!
Александр КОРСИК,
“Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты.