“Батька” Әхмәдинижад яҡлы04.09.2012
30–31 августа Ирандың баш ҡалаһы Тәһранда Ҡушылмаусылар хәрәкәте (Движение неприсоединения) илдәренең саммиты булды. АҠШ менән Израилдең ҡырҡа ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан, унда БМО-ның генераль секретары Пан Ги Мун да ҡатнашты.

Мысыр лидерлыҡҡа дәғүә итә

Ҡушылмаусылар хәрәкәте 1961 йылдың сентябрендә Белград конференцияһында ойошторола. Хәрәкәттең төп маҡсаты — НАТО блогына һәм башҡа хәрби блоктарға ҡушылмау. Бөгөн халыҡ-ара ойошмала 120 ил ағза һәм 17 күҙәтсе ил иҫәпләнә. БМО ағзаларының өстән ике өлөшө Ҡушылмаусылар хәрәкәте илдәренә тура килә. Ундай илдәрҙә Ер шары халҡының 55 проценты йәшәй. Йәғни, был хәрәкәт ҙур көс һәм АҠШ менән СССР-ҙың “һалҡын һуғыш” уйынына протест белдереү йәһәтенән ойошторолған. Ҡушылмаусылар хәрәкәте илдәре әленән-әле саммитҡа йыйылып кәңәшләшә, барлыҡҡа килгән проблемаларҙы бергәләшеп хәл итеү юлдарын эҙләй. Тәһрандағы осрашыуҙың иһә төп темаһы булып Сүриә конфликтын көйләү һәм Иран атом проблемаһын төптән өйрәнеү ине. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Иранға Мысыр президенты Мөхәммәд Мөрси ҙә килде. 1979 йылда Иранда ислам революцияһы булғандан һуң ике ил араһынан “ҡара бесәй” үтеп, бер-береһе менән дипломатик мөнәсәбәттәрен юғалтҡайнылар. Уларҙа кем генә етәксе булмаһын, утыҙ йылдан ашыу бер-береһенә йөрөшөү түгел, хатта аралашманылар ҙа.
Мысыр президенты Иранға төбәктә үҙ позицияһын нығытыу өсөн килде тип әйтергә була, сөнки Ҡаһирә ғәрәп илдәренең рәсми булмаған баш ҡалаһы иҫәпләнә. Ә йәш президентҡа төбәктә Мысырҙың йоғонтоһон көсәйтеү талап ителә. Унан килеп, Мысыр Сүриә президенты Бәшәр Әсәдте властан алып ташлау яғында. Саммитта Мөхәммәд Мөрси ошоно талап итеп сығыш яһаны. Ул: “Мысырҙа Хөсни Мөбәрәкте властан алып ташлау илебеҙгә демократик йүнәлештә үҫеш алырға мөмкинлек бирҙе. Сүриә лә беҙҙең юлдан китергә тейеш һәм беҙ ошоно талап итәбеҙ”, — тине. Йәғни, Мысыр хәҙер Сүриә оппозицияһын яҡлаған төп ил булырға дәғүә итә. Бығаса был ролде Төркиә башҡара ине. Һуңғы арала Төркиә был йәһәттән үҙ позицияһын юғалта бара кеүек. Дөрөҫ, Сүриә оппозицияһының штаб-квартираһы Истанбул ҡалаһында урынлашҡан. Аналитиктар белдереүенсә, Сүриәнең төп оппозицияһы — Сүриә милли советы үҙ ултырыштарын Ҡаһирәлә үткәрә икән. Шулай булғас, Сүриә етәкселеге менән төп көрәште Мысыр алып бара тигән һүҙ. Саммит барышында унда ҡатнашыусы ил вәкилдәре, Ирандың тыныс маҡсатта атом энергияһы етештерергә тулы хоҡуғы бар һәм АҠШ-тың уларға ҡарата ҡулланылған санкциялары урынһыҙ, тип тапты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: быға тиклем халыҡ-ара аренала әллә ни һүҙ өндәшмәгән Белоруссия вәкилдәре Иранды яҡлап сығыш яһаны. Ауыр мәлдә Белоруссия Иранға ярҙам итергә әҙер, тип тә өҫтәне. Ошоноң менән Белоруссия үҙенең тулыһынса Иран яҡлы булыуын асып һалды.

Власҡа “һуғыш суҡмары” килерме?

Башҡа донъя хәлдәренә килгәндә, үткән аҙнала АҠШ-та президентлыҡҡа кандидат итеп илдең Республика партияһы рәсми рәүештә Митт Ромниҙы күрһәтте. Массачусетс штатының элекке губернаторы (2002–2007 йылдар), 65 йәшлек кандидат, үҙенең төп дәғүәсеһе, ғәмәлдәге ил президенты, демократ Барак Обаманың көҙгөләге кире сағылышы кеүек. Ул Барак Обама алып барған сәйәсәттең төптө киреһен эшләргә йыйына. Республика партияһы съезында сығыш яһап, кандидат ғәмәлдәге президентты көсһөҙ сәйәсмән булыуҙа ғәйепләп кенә ҡалманы, ә Рәсәйҙе төп дошманы итеп күреүен дә асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Митт Ромниға шулай уҡ Ҡытайҙың йылдам темп менән үҫешә барыуы оҡшамай һәм ул, президент булып һайлана ҡалһа, быны туҡтатырлыҡ әмәл табырға вәғәҙәләй. Йәғни, ул “һуғыш суҡмары” булараҡ танылыу алған республиканлы кесе Дж. Бушты ла уҙҙырып ебәрергә самалай. АҠШ-тың Афғанстанда, Ираҡта баҫып алыу һуғыштарын яҡлап сығыш яһаусы булараҡ, ул киләсәктә Иранды, Сүриәне лә көс менән баҫып алыу яғында. Бына ошондайыраҡ кеше власҡа килергә ынтыла.
Әлбиттә, Митт Ромниҙың власҡа килеүе Рәсәй файҙаһына түгел. Һайлауҙа ул еңә ҡалһа, Рәсәй менән АҠШ араһында йәнә “һалҡын һуғыш” уты дөрләүе бар. Бөгөн АҠШ-тың күпселек халҡы Барак Обаманы яҡлаһа ла, Митт Ромни яҡлылар ҙа әҙ түгел. Уның Рәсәйҙе “төп дошман” итеп күреүен яҡлаусылар бихисап. АҠШ-та Демократтарҙың съезы ошо көндәрҙә була һәм унда Барак Обаманы һәм вице-президент Джозеф Байденды президентлыҡҡа кандидат итеп күрһәтәсәктәр. АҠШ-тағы президент һайлауҙары 6 ноябргә тәғәйенләнгән. Ҡыҫҡаһы, бында һайлау алды марафонының ҡыҙа барған мәле.

АТЭС саммиты старт алды

Билдәле булыуынса, 8–9 сентябрҙә Владивосток ҡалаһында АТЭС (Азия–Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге) илдәре етәкселәренең саммиты үтәсәк. Ошо саммит сиктәрендә 2 сентябрҙә Йәштәрҙең халыҡ-ара форумы асылды. Бында Рәсәй, АҠШ, Канада, Австралия, Яңы Зеландия, Ҡытай, Тайвань, Индонезия, Брунея, Малайзия, Таиланд, Корея, Япония, Филиппин кеүек илдәрҙең йәштәре йыйылып, Азия — Тымыҡ океан төбәгендәге иң киҫкен проблемаларҙы тикшерәсәк. Әйтергә кәрәк, бындай форумға йәштәр тәүге тапҡыр йыйыла. Киләсәктә йәш лидерҙарҙың саммитын йыл һайын уҙғарыу планлаштырыла. Эйе, киләсәк — йәштәр ҡулында. Шуға ла АТЭС илдәре етәкселәре осрашыуы алдынан уларға һүҙ биреү бик урынлы. Тик, уларҙың фекеренсә, индергән тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалһындар ғына.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Вернуться назад