Салауат районының Мәхмүт ауылы — илебеҙгә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән бөйөк шәхестәрҙе биргән төйәк. Улар араһында Байыҡ Айҙар сәсән, Фәррух Харисов, Әхмәҙулла Абдуллин кеүек фән һәм дәүләт эшмәкәрҙәре бар. Әйтер һүҙебеҙ — яугир хаҡында.
Ошо көндәрҙә ҡаһарман яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының сәйәси бүлеге начальнигы, батальон комиссары Әхмәт Абдуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләнек. Ул 1912 йылда крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы Ғатаулла 1920 йылда тиф ауырыуынан вафат була. Инәһе Шәрифә һигеҙ йәшлек улын Арҡауыл сауҙагәре Иван Митюшинға йомошсо итеп эшкә урынлаштыра.
Әхмәт 15 йәшенә тиклем байҙың малдарын көтә, ә ҡышын тәүҙә — Мәхмүт башланғыс, аҙаҡ Арҡауыл ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый. Ситтән тороп Башҡортостан юғары ауыл хужалығы мәктәбен тамамлай. 24 йәшендә партияға инә, һуғыш башланғас, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының сәйәси бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә. Һуғыштан һуң хеҙмәт резервтары идаралығына етәкселек итә, партия өлкә комитетында эшләй.
...Уны дивизия командиры генерал Миңлеғәле Шайморатовтың уң ҡанаты тип атағандар. Легендар башҡорт дивизияһының батырлыҡтарында коммунист һәм комиссар Әхмәҙулла Ғатаулла улының индергән өлөшө лә ғәйәт ҙур.
Әйткәндәй, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында Салауат районынан 300-гә яҡын яугир һуғыша. Уларҙың һәр береһенең исеме районыбыҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙырлыҡ. Салауат төйәгенең ҡаһарман улдары, Ағиҙел йылғаһы буйында аттарын эйәрләп, Донға һәм Дондан Эльбаға тиклем барып, Бранденбург ҡалаһын азат итеп, һуғышты тамамлай.
Бөгөн Мәхмүт ауылы мәҙәниәт йортонда Байыҡ сәсән, Фәррух Харисов менән йәнәшә Әхмәҙулла Абдуллинға ла иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Халҡым батыр, ғәййәр улдарын онотмай һәм йәш быуынды ла улар өлгөһөндә илһөйәр итеп тәрбиәләй.
Наҙгөл ИҪӘНОВА.
Салауат районы.