Бер яҡшыға — бер яҡшы...04.09.2012
Бер яҡшыға — бер яҡшы...Был мәҡәләне ун ете йыл элек үк яҙғайным. Ниндәй ниәттән яҙғанмындыр, бәлки, яҡындарымды һағыныуыма түҙә алмайынса, хис-тойғомдо ҡайҙа итергә белмәй йөҙәгән саҡта ҡәләм алғанмындыр.
Ул ваҡытта үҙем дә бик йәш инем, шуға ла хәҙерге Гүзәлиәгә әлеге мәҡәләм балаларса ихлас та, эскерһеҙ ҙә тойола. Ун ете йыл эсендә ни генә булмаған да ни генә кисермәгән яҡындарым! Атайым менән инәйем дә (әсәйгә беҙ инәй тип өндәшәбеҙ) хәҙергегә ҡарағанда йәш ине, ағайҙар ҙа икәү, ейәндәренән әлегә бер Ләйсән. Яҙмыш шатлығын-бәхетен услап-услап өләшһә, шулай уҡ ҡайғы-хәсрәтен дә бирергә онотмай яҡындарыма. Гөлназ, Салауат Айгизә, Мансур исемле ейәндәренең тыуыуы оло бәхет булһа, балаһының ваҡытһыҙ мәңгелеккә китеүе — үҙе бер уңалмаҫ яра. Шулай ҙа атайым менән инәйем элеккесә бергә, татыу, түҙемле, бер-береһенә иғтибарлы һәм мөхәббәтле.
Ошо көндәрҙә атайым Рим Хан улы Һаҙыевҡа — алтмыш биш, ә инәйем Әҡлимә Сөләймән ҡыҙына алтмыш өс йәш тула. Улар икеһе лә хаҡлы ялда, Салауат районының Илтәй ауылында донъя көтә. Мин уларҙы бер ҡасан да тыуған көндәре менән айырым ҡотлағаным юҡ, атайым менән инәйем һәр ваҡыт бергә, бер уйҙа, бер юлда, тыуған көндәренең айырмаһы ла көн аша. Ҡәҙерлеләремә иҫәнлек-һаулыҡ, күңел тыныслығы, мул тормош теләп бағышлайым ошо юлдарҙы.
Инәй, инәйем минең, тағы нисек йылыраҡ, яғымлыраҡ өндәшәйем икән? Һинән алыѕ йәшәһәм дә, һәр ваҡыт яғымлы ҡарашыңды тоям, инәйем быға нисек ҡарар икән, ошолай эшләһәм, оҡшармы тигән уй беренсе булып мейене ярып үтә. Ваҡыты менән шул тиклем һине күрәһе, бөтә нәмәне ташлап яныңа ҡайтып, йылы ҡуйыныңа һырынаһы килә. Хәлемдән килһә, һинең яныңда ғына булыр инем. Нисәнсе йыл инде ҡә∂ерлемде ваҡыты-ваҡыты менән генә күрергә мәжбүрмен. Миңә бит башҡалар кеүек ун беренсе класҡа тиклем инәй ҡуйынында үѕергә тура килмәне, ун өс йәшемдә — икенсе ауылға, ә унан һуң Өфөгә уҡырға киттем. Кем белгән инде, шунан башлап тыуған йортҡа ҡунаҡ ҡына булып ҡайтырмын тип. Өләсәйем һине донъяға килтергән саҡта, Аллаһы Тәғәлә үҙеңә түҙемлекте, йомартлыҡты услап-услап йәлләмәйенсә биргәндер. Һәр бер яңылыш аҙымымды иғтибар менән аңлатып, оло түҙемлек менән хаталарымды төҙәтергә тырышаһың. Өйҙә минән башҡа ике ағайым да бар. Уларға ла иғтибар кәрәк.
Ә атайым беҙгә ҡарата нисек кенә ҡаты ҡуллы, талапсан булырға тырышһа ла, унан да яғымлыраҡ, йомартыраҡ кеше юҡлығын беләм. Уның исеменә тап төшөрөргә ҡурҡып йәшәнем, атайҙың яманатын сығарыуҙан да оло гонаһ юҡтыр кеүек.
Инәйем менән атайым ҡауышҡан саҡ, моғайын да, легендалағыса, Аллаһы Тәғәләнең яңылышҡан сағына тура килгәндер. Ул кеше яҙмыштарын бәйләгәндә, бер яҡшыға — бер шаҡшы, бер шаҡшыға — бер яҡшы, тип ултыра-ултыра икән дә аҙаҡ яңылышып китә, ти. Уның: “Бер яҡшыға — бер яҡшы”, — тип буталыуы беҙҙең бәхеткә булғандыр. Ниндәй генә ауырлыҡтар осрамаһын, мөхәббәткә тоғро ҡалып, оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәп йәшәү бәхете лә һәр кемгә теймәй. Атайым өйҙә булмағанда, инәйем тәмле-татлы ризыҡтар бешереп, түҙемһеҙлек менән тәҙрәнән ҡарай-ҡарай, уның ҡайтҡанын көтә. Ә атайым эше бөтөү менән тиҙерәк өйөнә ашыға.
— Ҡартатай, ҡартатай, “Олатайым ҡоймаҡ ҡоя”ны ҡарайыҡ әле! (Ләйсән “Олатайым йомаҡ ҡоя” китабын шулай атай). Ейәнсәре менән олатай икәүләшеп китап уҡый башлай.
Мейескә икмәк әүәләп һалынған тимерҙәр тығылған, утта тәмле аш бешә, мунса яғылған. Әлегә эш бөткән. Беҙ инәйем менән ҡапма-ҡаршы ултырып төрлө хәбәр уртаҡлашабыҙ.
Ошо шатлыҡлы минуттарҙы бер нәмәгә лә алмаштыра алмаҫ инем. Ләйсәндең мут ҡарашын, атайым менән инәйемдең онотолоп рәхәтләнеп көлөүен күреү — оло бәхет. Ә иртәгә мин тағы һөйөклөләремде ҡалдырып, һағынып ҡайтыр өсөн ҡабат Өфөгә китәм...”
Атайым менән инәйемдең бергә йәшәүенә — 42 йыл. Аллаһы Тәғәләнән башҡа бер ни ҙә һорамайым, бары һаулыҡ, ғүмер генә бирһен, сөнки атайым менән инәйем булғанда, беҙ бар, именлек, бәхет бар.
Гүзәлиә ИЛЬЯСОВА,
филология фәндәре кандидаты.


Вернуться назад