Ташҡабаҡты йыуып, ҡулсалап киҫкәндән һуң, ике яғын да үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Стерилләнгән һауыттың яртыһына тиклем ошо ташҡабаҡты, унан һуң тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе, ваҡланған һарымһаҡ һәм ҡалған ташҡабаҡты һалырға. Ҡайнап торған һыу ҡойоп, банканы ныҡлап ябырға.
Бер литрлы банкаға ҙур булмаған ташҡабаҡ, ике балғалаҡ тоҙ, ике аш ҡалағы шәкәр, дүрт аш ҡалағы 6 процентлы аш һеркәһе, дүрт бүлкә һарымһаҡ кәрәк.