“Алтын һуҡмаҡ”ҡа аяҡ баҫтылар01.09.2012
“Алтын һуҡмаҡ”ҡа аяҡ баҫтыларБөгөн республика мәктәптәре еҙ ҡыңғырау сыңына, шат тауыштарға күмелде. Йәйге ял мәлендә белем усағын, бер-береһен һағынып өлгөргән уҡыусылар өсөн айырыуса ҡыуаныслы көн. “Алтын һуҡмаҡ”ҡа тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан балалар иһә ғүмеренең иң иҫтәлекле, сағыу мәлен кисерә. Республикала быйыл улар — 44 мең ярым тирәһе.
Баш ҡалабыҙҙың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына тәүге тапҡыр юлланған ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың да күңеле көр, аҙымдары ышаныслы. Сәскәләй матур игеҙәктәр — Фәриҙә менән Мәликә Түрәйәновалар тик “бишле”гә уҡырға вәғәҙә итә. Ҙурайғас, шәп табип булырға теләйҙәр. Ә Азалиә Кәлимуллинаға бейеүсе һөнәре яҡын. Башҡортса шундай матур һөйләшкән ҡыҙсыҡ, “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” бәйгеһендә өс йыл рәттән ҡатнашып, еңеү яуларға ла өлгөргән.
Күптән уҡый-яҙа белгән Арыҫлан Сәлихов иһә шахматта оҫта уйнай, ҡумыҙ серҙәренә лә өйрәнә. Малайға 20-се башҡорт гимназияһы айырыуса яҡын — бында уның атаһы менән әсәһе белем алған. “Туған мәктәбебеҙ әсә теленә ҙур һөйөү һалды, рухлы итеп үҫтерҙе. Балаларыбыҙҙың да шундай тәрбиә алыуын теләйбеҙ”, — ти Сәлиховтар.
Ирхан Ишморатов та гимназияға апаһына эйәреп килде. Бергәләп уҡыу еңелерәк тә, күңеллерәк тә булыр, ти туғандар.
Белем үрҙәренә табан юл алған бәләкәстәргә уңыштар юлдаш булһын!
Д. ТӘЛҒӘТОВА.


Вернуться назад