112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейына килеп ингәс, йөрәк өҙҙөргөс ҡурай моңон ишетеп шаңҡып ҡалдыҡ. Фойела йыйылған ҡунаҡтарҙың берәүһе һыҙҙыра икән. Легендар дивизияның сәйәси бүлек начальнигы, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың уң ҡанаты Әхмәҙулла Абдуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараға килеүселәр моңланып “Урал”ды тыңлай…
Сарала Әхмәҙулла Абдуллиндың яҡташтары булыуы ҡыуандырҙы. Гәзитебеҙҙең әүҙем авторы — ауылдашы тураһында партия өлкә комитеты архивында оҙаҡ йылдар сер булып һаҡланған тарихи материалдарҙы өйрәнеп, халыҡҡа еткергән уҡытыусы-ветеран Искәндәр Миһранов:
– Бөгөнгө тарихи ваҡиға юғары әхлаҡлы, легендар командир һәм етәксе, иленә һәм халҡына йәнен аямай фиҙаҡәр хеҙмәт иткән шәхескә бағышланған, – тине. – Яңыраҡ Әхмәҙулла Абдуллиндың исемен мәңгеләштереү маҡсатында яҙылған китабымды тамамлап, типографияға тапшырҙым. “Бөркөтоя осорған бөркөттәр” тип аталған яҙмам тиҙҙән нәшер ителәсәк. Яҡташтарыбыҙ уны уҡып, беҙҙең аранан ошондай шәхес сығыуы менән ғорурланһын ине.
1943 йылдың февралендә ҡамауҙан сыҡҡанда генерал Шайморатов һәләк була, Әхмәт Абдуллин иһә ныҡ йәрәхәтләнә. Уны шофер булып хеҙмәт иткән Минһаж Зиннуров исемле яҡташы табып ала. Күршеһен күреү менән Әхмәт:
– Һин мине ат та ҡуй. Кеше булып китә алмаҫмын, – тип ялбара. Ауылдашы Минһаж уны санчасҡа алып бара һәм батырыбыҙға тағы ун йыл ғүмер бүләк итә. Был факттар бөртөкләп йыйылған. Шулай ҙа батыр яҡташыбыҙҙың биографияһында аҡ таптар бар әле.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының почетлы ветераны, Салауат районының Арҡауыл ауылында йәшәгән Ғәтиәт Садиҡов та яҡташының исемен мәңгеләштереүгә күп көс һала. Август урталарында Әхмәҙулла Абдуллиндың тыуған ауылы Мәхмүттә уның иҫтәлегенә таҡтаташ асыуҙы ойоштороусыларҙың береһе ул.
– Таҡтаташта батырҙың һүрәте, уның тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт, Мәхмүт ауылынан һуғышта ҡорбан булған һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтҡандарҙың исеме яҙылған. Был эш, тәүге сиратта, киләсәк быуын өсөн кәрәк. Улар ҡурҡыу белмәҫ милләттәштәребеҙ тураһында белеп үҫергә тейеш, – тине Ғәтиәт ағай.
Сарала Әхмәҙулла Абдуллиндың ҡыҙы Альбина ла ҡатнашты. Ул, тулҡынланып, күҙҙәренә төйөлгән йәштәрен йәшерә-йәшерә атаһы тураһында һөйләне:
– Атайым вафат булғанда миңә ни бары 13 йәш ине. Беҙ уны ныҡ яраттыҡ. Айырыуса: “Ҡыҙҙар, уҡығыҙ. Белемһеҙ алыҫ китеп булмай”, – тигән һүҙҙәре күңелгә уйылып ҡалған. Атайымды ҙурлап, ошондай хәтер көнө үткәреү беҙҙең өсөн оло мәртәбә, – тине ул.
Лилиә НУРЕТДИНОВА