Өфөлә үткән Рәсәй ислам университетын тамамлаусыларҙың беренсе Бөтә Рәсәй съезында 700-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.
Сараға университетты тамамлаусылар, төбәк ойошмалары етәкселәре, Башҡортостандан, Татарстан, Мари Иле, Сыуашстан, Чечен республикаларынан, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарынан, Ҡурған крайы, Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Ульяновск өлкәләренән, шулай уҡ БДБ илдәренән мосолман руханиҙары вәкилдәре йыйылды. Уларҙы Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин сәләмләне.
Рәсәй ислам университеты тарихы 1989 йылда Өфөлә мәҙрәсә асылыуҙан башлана. Ошо осорҙа уҡыу йортон меңдән ашыу студент тамамлаған. Уларҙың барыһы ла төбәктәрҙә имам, ахун, мөфтөй булып эшләй. Әле университеттың өс факультетында белгестәр әҙерләнә. Уҙған ике йылда бында 200-ҙән ашыу имам белемен тәрәнәйткән.
Форумда ислам дине вәкилдәре кадрҙар әҙерләүҙең дөйөм принциптарын, йәштәр менән эш алып барыу йүнәлештәрен, шул иҫәптән экстремистик ағымдарҙың һәм ойошмаларҙың тормошобоҙға үтеп инеүен иҫкәртеү сараларын асыҡланы.
Тәлғәт Тажетдин Рәсәй мосолмандары берекмәһен ойошторорға тәҡдим итте. Яңы йәмәғәт берекмәһе йәмғиәткә һәм дәүләткә дини экстремизм, фанатизм мәсьәләләрен хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтергә тейеш.
— Әҙер кадрҙар булмайынса экстремизмға ҡаршы тора алмаясағыбыҙҙы яңы аңлайбыҙ, — тине Тәлғәт Тажетдин. — Ғәскәр менән генә уны еңеп сығыу мөмкин түгел. Ваһһабизм — дин артына йәшеренгән ысын идеологик һуғыш ул. Һүҙҙе эш менән раҫларға ваҡыт.
Л. ДӘҮЛИЕВА.