Башҡортостанстат август айында төп аҙыҡ-түлеккә республика буйынса уртаса хаҡтарҙы асыҡланы. Сағыштырыу Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Сибай ҡалалары миҫалында үткәрелде.
Бер килограмм бойҙай ононоң уртаса хаҡы 19 һум 44 тин тәшкил иткән. Баш ҡалала ул 19 һум 14 тин торһа, Стәрлетамаҡта — 20 һум 70 тин. Шуға ярашлы бойҙай ононан бешерелгән икмәктең хаҡы ла төрлөсә: республикала иң ҡиммәтле икмәк Стәрлетамаҡта — 33 һум 98 тин, Өфөлә осһоҙораҡ — 28 һум 56 тин, Нефтекамала — 26 һум, Сибайҙа — 27 һум 95 тин. Уның ҡарауы, иң арзан сәй — Стәрлетамаҡта. Бында ҡара бөртөклө сәйҙең бер килограмы 340 һум 70 тин торһа, иң ҡиммәте Сибайҙа — 394 һум 9 тин. Хатта һөттөң дә хаҡы бында иң юғары — майлылығы 2,5-3,2 процент тәшкил иткән пастеризацияланған һөттөң бер литры 32 һум 81 тин. Ә Нефтекама халҡы ошондай уҡ һөттө 26 һум 4 тингә һатып ала.
Республикала бер тиҫтә йомортҡаның хаҡы уртаса — 28 һум 18 тин, бер килограмм ит — 243 һум 74 тин, шәкәр — 32 һум 15 тин, тоҙ — 9 һум 56 тин, бәрәңге — 18 һум 89 тин.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.