1952 йылдың 1 сентябре. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Ашарға наҡыҫ, өҫ-башҡа йүнле кейем юҡ. Шулай ҙа белем алырға теләк ҙур. Мин ул йылда VIII класҡа барҙым.
Мәктәп директоры беҙгә ят ағай менән килеп инде лә:
— Балалар, таныш булығыҙ, класс етәксегеҙ — Вәхит Мәһәҙи улы Бикҡолов. Ул беҙгә университет тамамлап килде, — тине.
Һуңынан Вәхит Мәһәҙи улының күрше Ауырғазы районының Ғүмәр (хәҙер Иҫке Илсекәй) ауылынан икәнлеген белдек. Йөҙөнән нур бөркөлөп торған ағайҙы тәү күреүҙән яраттыҡ. Ул, нисектер, башҡаларға оҡшамаған кеүек тойолдо. Һәр баланы шәхес итеп күрҙе. “Ҡара әле, тырышһаң, булдыра алаһың бит”, — тип күңелде үҫтереп ебәрә торғайны. Шундай ябай, ихлас, кеселекле булды. Шуғыраҡ малайҙарға ла ҡаты бәрелмәне — уларҙы кәмһетмәй генә иҫкәртеү яһар ине.
Уҡытыусыбыҙҙың ошо һыҙаттары бүтәндәрҙең генә түгел, минең тормошомда ла сағылмай ҡалманы. I кластан алып гел яҡшы билдәләргә генә уҡыһам да, отличник булғаным юҡ ине. Күптәр өсөн ауыр тойолған физиканы айырыуса яраттым. Тәүге сиректе тик “бишле”гә тамамланым. Мине хатта мәктәптең уҡыусылар советы рәйесе итеп һайлап ҡуйҙылар.
Вәхит Мәһәҙи улы беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте. Ул үткәргән класс сәғәттәре лә ғәжәп йәнле була торғайны. Илдәге, донъялағы яңылыҡтар тураһында һөйләшәбеҙ, бергәләшеп саңғыла сығып китәбеҙ... Киләсәктә кәрәк буласаҡ тип, вальс бейергә лә өйрәтте класс етәксебеҙ..
Мәктәптән һуң нефть институтына уҡырға индем. Төпкөлдән килгән ауыл малайы ҡатмарлы имтихандарҙы тик “бишле”гә тапшырһын әле! Уҡыу йортонан һуң фән юлынан киттем, техник фәндәр докторы, профессор булдым. Был уңыштарымда уҡытыусымдың өлөшө ҙур, тип әйтә алам. Күптән түгел нефть һәм газ сәнәғәте өлкәһендәге физик закондарға арналған китабымды уның хөрмәтенә бағышланым.
Мәктәп йылдарын, остазымдың дәрестәрен әле лә һағынып иҫкә алам. Бәхеткә күрә, яратҡан уҡытыусым әле иҫән-һау, Ғафури районының Татар Һаҫыҡкүле ауылында ғүмер итә. Ҡатыны менән бынамын тигән балалар тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Яратҡан уҡытыусым, фәнгә юл ярыусымды белем байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым.
Әбүбәкир ИШМЫРҘИН,
техник фәндәр докторы,
Өфө дәүләт нефть техник
университеты профессоры.