Мостафа урта мәктәбе — Гөлнур Хәбибуллинаның тәүге һәм берҙән-бер эш урыны. Ул бында 1987 йылдан бирле белем бирә.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләп, район хакимиәтенең, Мәғариф министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән, “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” исеменә лайыҡ педагог хеҙмәтен яратып, барлыҡ күңел йылыһын һалып башҡара. Киң ҡарашлы педагог уҡытыуҙың яңы технологияларын даими өйрәнеүе менән дә ихтирам ҡаҙанған.
Үҙенә генә хас алымы ла бар Гөлнур Тимерхан ҡыҙының — балаларҙа танып белеү һәләтен үҫтереүҙе, төбәк компонентын ҡулланыуҙы тәүге сиратҡа ҡуя. Хеҙмәттәштәре араһында ла абруйы ҙур. Уңған, тәжрибәле педагог махсус курс, асыҡ дәрес һәм оҫталыҡ кластары ойошторорға ла ваҡытын йәлләмәй. Гөлнур Хәбибуллина райондың урыҫ теле уҡытыусыларының методик берләшмәһенә лә ҙур теләк менән етәкселек итә.
Уҡыусылар, ата-әсә — уны асыҡ күңелле, изгелекле, ә хеҙмәттәштәре үҙ эшенең оҫтаһы, ижади ҡарашлы, тынғыһыҙ булғаны өсөн ихтирам итә. Тормош иптәше менән ҡыҙҙарында ла уҡыуға, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләгәндәр. Ләйсән Өфө дәүләт нефть техник университетында белем ала, кеселәре Наилә мәктәптә тик яҡшы билдәләргә өлгәшә.
Педагогтың тағы ла бер ҡаҙанышы — уның һөнәрен һайлаған егеттәр һәм ҡыҙҙар. Хәҙер инде уҡыусыларының күбеһе — үҙҙәре маҡтаулы уҡытыусылар.
— Гөлнур Тимерхан ҡыҙы тормошта юл табырға ярҙам итте, ерҙе, кешеләрҙе яратырға өйрәтте. Ул әле лә беҙгә ныҡлы терәк, өлгө. Ҙур рәхмәт уға! — ти улар.
Уҡытыусыға ошонан да ҙурыраҡ баһа бармы икән?!
Лира ГӘРӘЕВА
Баҡалы районы.