Баланы мәктәпкә әҙерләү: шатлыҡмы, мәшәҡәтме?01.09.2012
Вазифа МОСТАЕВА, өс бала әсәһе, Баймаҡ районы:
— Быйыл ике ҡыҙым — мәктәпкә, улым балалар баҡсаһына барҙы. Уларҙы яңғыҙым тәрбиәләгәс, кейемгә, уҡыу кәрәк-ярағына аҡса еткереүе һәр саҡ ҡыйынға төшә. Шуға Яңы йылдан һуң әҙләп һатып ала башлайым. Оҙаҡ тотонолмаған әйберҙәрҙе үҙебеҙҙең туғандар араһында бүлешәбеҙ. Ярҙам йөҙөнән күп балалы ғаиләләргә лә бирештерәм.
Нәзирә МӨХӘМӘТОВА, дүрт бала әсәһе, Учалы районы:
— Балаларымдың дүртеһе лә мәктәп йәшендә. Уҡыу кәрәк-ярағы хәҙер шул хәтлем ҡыйбат — август аҙаҡтарына хаҡтар айырыуса шашып китә. Ә балаларҙың класташтарынан кәм булғыһы килмәй, матурыраҡ әйбер алдырғыһы килә. Ауылда аҙ ғына хеҙмәт хаҡы алған ата-әсәнең быға нисек көсө етһен?
Илшат ӘНҮӘРОВ, хеҙмәткәр, Өфө ҡалаһы:
— Хәҙер ниндәй генә баҙар-магазинды ҡыҙырһаң да, Ҡытай тауарҙары! Яңыраҡ телевизорҙа бер тапшырыуҙы ҡарап ҡот осҡайны. Мәктәп кәрәк-ярағына анализ үткәрҙеләр. Уларҙың һәр береһендә ағыулы матдәләр кимәле норманан күпкә юғары булып сыҡты! Ә дәүләт, балаларҙың һаулығы йылдан-йыл насарая, тип һөйләнеүҙән башҡаны белмәй.
Ләйлә ТИМЕРХАНОВА, Өфө районы:
— Әле телевидениела бер реклама бара — баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн кредит алырға өндәйҙәр. Ысынлап та, хәҙер шундай көнгә төшөп барабыҙ бит. Улымды уҡыуға әҙерләү өсөн 12 меңдән ашыу аҡса китте. Ярай әле, ирем менән икебеҙ ҙә эшләйбеҙ, ә күп балалы ғаиләләргә бындай осраҡта ни ҡылырға?
Резеда МИРХӘЙҘӘРОВА, хужабикә, Яңауыл районы:
— Арзаныраҡты алам. Сөнки баланың кейеме бер йылға төтәме-юҡмы. Ғөмүмән, хәҙер күптәр ҙурыраҡты алырға тырыша. Ҡәҙерләп кенә кейгәндә, бәлки, тағы бер балаға етер.