Берҙәм дәүләт имтиханы күңелдә ике төрлө фекер уятты. Тәүгеһе — өмөт, икенсеһе — икеләнеү, шомланыу. Алымдың шуныһы яҡшы: унда “бер атҡанда ике ҡуянды тотаһың”. Шул уҡ ваҡытта кире күренештәр ҙә һағалап ҡына тора. Мәҫәлән, имтиханды белемһеҙҙең — “бишле”гә һәм, киреһенсә, яҡшы уҡыусының түбән баһаға биргән осраҡтар ҙа юҡ түгел.
Һәр хәлдә, уҡыусыға мәктәптән һуң тормошта үҙ урынын табырға, зауығы буйынса камиллашырға шарттар булдырыу мөһим. Айырыуса юғары кластарҙа һөнәри йүнәлеш биреү эшенә иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк. Мәҫәлән, мин эшләгән заманда, буласаҡ студент дөрөҫ юлды һайлаһын өсөн уны төрлө юғары уҡыу йорттарына алып барып таныштыра, уҡытыусылар менән әңгәмәләшә инек. Етештереү сәнәғәте алдынғылары менән осраштыҡ, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәрҙек. Һәр уҡыусы менән айырым һөйләшеүгә лә ҙур иғтибар бүлдек.
Әле юғары уҡыу йортона БДИ һөҙөмтәләре буйынса ингән ҡайһы бер студенттарҙың белеме түбән, тиҙәр. Айырым райондарҙы контролгә алалар. Ә уларға аныҡ ярҙам күрһәтеләме икән? Әйтәйек, Өфө дәүләт авиация техник университетында түбәнерәк белем менән килгәндәргә ике айлыҡ уҡыу ойошторола. Был алымды БДАУ, ӨДНТУ, БДПУ ла яҡлап сыҡты.
Ғөмүмән, Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса хәл итәһе мәсьәлә бихисап. Әйтәйек, мәктәптәрҙә БДИ тапшырылмаған предметтарға иғтибар кәмене. Был, әлбиттә, балаға яратҡан һөнәре буйынса үҫергә аяҡ сала.
Элекке социализм системаһы кешеләргә белем алыуҙа күп мөмкинлек аса ине. Балалар баҡсалары, уҡыу йорттары бушлай булды. Шуға ла бала, үҙ мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланып, гармониялы үҫеште, һөҙөмтәлә тормошта үҙ урынын тапты.
Барлыҡ уҡыу йорттары ла эште БДИ-ға ғына бәйләп алып барырға тейеш түгел, тип иҫәпләйем. Уларҙың һәр береһе йәш быуындың яҙмышы өсөн яуаплы. Заманса алымдар уҡыу системаһын боҙорға түгел, ә һәр баланы ҡыҙыҡһындырыу, үҫтереү маҡсатында төҙөлөргә тейеш, минеңсә.
Р. ШАҺИЕВА,
хеҙмәт ветераны,
мәғариф алдынғыһы.