Йондоҙнамә. 3-9 сентябрь01.09.2012
Ҡатмарлы аҙна көтә. Был һеҙҙең ышанған кешеләрегеҙҙән алданыу, етәкселек менән мөнәсәбәттә аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығыу ихтималлығын иҫкәртә. Ниндәйҙер аҫтыртын уйындарҙың ҡорбаны булып ҡуймағыҙ.
Шаршамбынан сәйер хәлдәр йышайыр. Тейешле ҡарар ҡабул итә алмайынса албырғап ҡалырһығыҙ, көтөлмәгән яңылыҡтар ишетерһегеҙ. Финанс мәсьәләһе лә ҡатмарлы.
Дүшәмбе – әүҙем көн, әммә эште төштән һуң башлау фарыз. Шишәмбе яҡындарығыҙ менән килешмәүсәнлек, бәхәс тыуыр. Ғөмүмән, был көндө күп һөйләмәҫкә, өндәшмәҫкә кәңәш ителә. Шаршамбы ҡаршылыҡлы ваҡиғалар йышайыр, күңелһеҙлеккә осрауығыҙ ихтимал. Кесе йомаға сәйәхәт ниәт итмәгеҙ. Йома кәйефегеҙҙе боҙорлоҡ хәлдәрҙән һаҡ булығыҙ, мөһим эштәрҙе һуңға ҡалдырмағыҙ.
Ҡуҙы
(21.03 – 20.04)
Техник проблемалар һеҙҙе көйәләнергә мәжбүр итер. Тик бәләне "һин генә ғәйепле" тип, яҡындарығыҙға япһарырға ашыҡмағыҙ. Уңыштарығыҙҙан көнләшеүселәр табылыр.

Буға
(21.04 – 21.05)
Тиҙлек менән маҡтана алмайһығыҙ. Үс иткәндәй, был аҙнала мәшәҡәттәр өйҙә лә, эштә лә икеләтә артыр, дуҫтарығыҙ кәңәш-ярҙам һорар. Ҡурҡмағыҙ – өлгөрәсәкһегеҙ.

Игеҙәктәр
(22.05 – 21.06)
Әллә ҡасан булған хәл-ваҡиғалар шаңдауы бер аҙ шаңҡытҡандан һуң, дәрт-дарманығыҙ һүрелер, моғайын. Кәйефегеҙ төшөр, ышанмаусанлыҡ барлыҡҡа килер.

Ҡыҫала
(22.06 – 23.07)
Хәҡиҡәткә бөтөнләй яҡын килмәгәндә лә, башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалығыҙ. Әлегә һеҙҙең өсөн ошо хәл менән килешеп тороу отошло.

Арыҫлан
(24.07 – 23.08)
Үҙегеҙҙең әһәмиәтегеҙҙе артыҡ юғары баһалайһығыҙ түгелме? Элекке ҡаҙаныштарығыҙҙы күреүҙәрен көҫәп, күп ғәмәлдәрҙе күҙ уңынан ысҡындырырһығыҙ.

Ҡыҙ
(24.08 – 23.09)
Психология йәһәтенән көслө булмаһағыҙ ҙа, был аҙнала бәғзеләр йәшерергә тырышҡан сифаттарҙы асыҡ төҫмөрләрһегеҙ һәм етешһеҙлектәрҙе үҙ файҙағыҙға ҡулланырға тырышырһығыҙ.

Үлсәү
(24.09 – 23.10)
Һөжүмгә күсеүегеҙ ихтимал. Өлгөргән тиклеме карьера өсөн файҙаға булыр. Ә бына өйҙә яҡындарығыҙ менән һүҙгә килмәүегеҙ отошлораҡ.

Саян
(24.10 –22.11)
Көтөлмәгән хәлдәрҙе шулай тейеш тип ҡабул итегеҙ. Тормошоғоҙ ҡырҡа үҙгәреш менән янай икән, бер аҙ туҡтап тороғоҙ.

Уҡсы
(23.11 – 21.12)
Был аҙнаның девизы – сабырлыҡ. Ни генә булмаһын, сығырығыҙҙан сыҡмаҫҡа, тыныслыҡ һаҡларға тырышығыҙ. Шәхси тормошҡа килгәндә, үкенеслерәк булыр, әммә һайлағандан баш тартып булмаясаҡ.

Ылаҡ
(22.12 – 20.01)
Аңлашылмаусанлыҡтар көсәйер. Мәҫәлән, бер үк ваҡиғаны һәр кем үҙ күҙлегенән баһалар, әммә бер кем дә хатаһын танырға теләмәҫ.

Һыуғояр
(21.01 – 19.02)
Сәйәхәт, йәшәү урынын алмаштырыу өсөн уңышлы аҙна. Һөнәри өлкәлә үҙегеҙҙе ыңғай яҡтан күрһәтеү мөмкинлеге бар.

Балыҡ
(20.02 – 20.03)
Төрлө мәғлүмәткә тәүге минуттан уҡ ышанмағыҙ – ул ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Бигерәк тә был яҡындарығыҙ менән булған мөнәсәбәттәргә ҡағыла.
Өмөтбикә.


Вернуться назад