Ҡотлайбыҙ!01.09.2012
Күмертау ҡалаһында йәшәүсе хөрмәтле Рауил Вафа улы Яппаровты 60 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Уның бала сағы һәм ғүмер юлдары Күгәрсен районының Хоҙайбирҙе ауылында үтә.
Тормош иптәше Земфира Мөхәммәт ҡыҙы менән 35 йылдан ашыу ҡулға-ҡул тотоношоп, татыу, мул һәм матур тормошта йәшәйҙәр. Берҙән-бер ҡыҙҙарын Зөлфиәне тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Хәҙер Зөлфиә Рауил ҡыҙы — медицина фәндәре кандидаты, врач-кардиолог.
Рауил Яппаров бала сағынан уҡ тырыш, етеҙ, тәүәккәл булып буй етә. Тыуған ил алдындағы бурысын теүәл үтәй. Һәр ваҡыт белемен камиллаштырырға ынтыла. Эске эштәр министрлығының Саратовтағы юғары мәктәбен тамамлай.
Краснокама районында, Нефтекама, Күмертау, Мәләүез ҡалаларында яуаплы вазифалар башҡара. Ойоштороу эштәренең оҫтаһы. Бөгөн ул умартасылыҡ менән дә уңышлы шөғөлләнә. Ҡәҙерлебеҙгә бәхетле, оҙон ғүмер, сәләмәтлек, күтәренке кәйеф теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән
ҡатыны Земфира, ҡыҙы Зөлфиә, кейәүе Ринат, ейәнсәрҙәре Камила,
Луиза, әсәһе Фатима.


Вернуться назад