Дөрөҫ бешерергә өйрәнәйек31.08.2012
Дөрөҫ бешерергә өйрәнәйек— Тоҙло кәбеҫтәне һыуҙа сайҡатырға ярамай, юғиһә ул витаминдарҙың һәм ҡиммәтле минераль матдәләрҙең бер өлөшөн юғалтасаҡ.
— Салатта каротин һаҡланып ҡалһын өсөн ҡаймаҡты йәки майонезды табынға ултыртыр алдынан ғына һалырға кәрәк.
— Кишерҙәге каротинды яҡшыраҡ үҙләштереү өсөн, май йәки ҡаймаҡ һалып, һауыттың ҡапҡасын ябып быҡтырырға кәңәш ителә.
— Витаминдарын юғалтмаһын өсөн кәбеҫтәне бешерергә түгел, ә быҡтырырға кәрәк.
— Йәшелсәне быуҙа бешергәндә, витаминдарҙың күпләп юҡҡа сығыуын, ә минераль тоҙҙарҙың һаҡланып ҡалыуын иҫәпкә алыу зарур.
— Әҙер аш һалынған һауыттың ҡапҡасын мотлаҡ ябырға кәрәк, юғиһә витаминдар һәм башҡа туҡлыҡлы матдәләр юҡҡа сығасаҡ.
— Бешерелгән һыуға бер балғалаҡ шәкәр йәки аш һеркәһе һалһаң, сөгөлдөрҙөң төҫө үҙгәрмәйәсәк.
— Ҡуҙаҡлыларҙы йылы һыуҙа бүрттерергә ярамай, әсеүе ихтимал.
— Бешкән йәшелсәне һыуҙа ҡалдырырға ярамай, тәмен юғалта.
— Йәшелсә йәшел төҫөн һаҡлап ҡалһын тиһәгеҙ, уны ҡайнап торған тоҙло һыуға һалырға һәм һауыттың ҡапҡасын ябып бешерергә кәрәк.
— Һыуға бер аҙ шәкәр һалып бешерһәң, йәшел борсаҡтың төҫө һаҡланасаҡ.


Вернуться назад