Көтөү ғазабын кәметеү юлдары бар...31.08.2012
Башҡортостанда көҙ етһә лә, йылы яҡтарҙа ял ҡыҙа – бәрхәт миҙгел башланып ҡына тора. Шуға күрә сумаҙанын тултырып, аэропортҡа ашыҡҡан кешеләргә аптырарға түгел – тормоштоң ҡәҙерен беләләр! Шулай уҡ Себер тарафына эшкә, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына уҡырға, командировкаға, дауаханаға йыйынғандар ҙа йылдан-йыл йышыраҡ тиҙ һәм хәүефһеҙ транспорт төрөнә – самолетҡа өҫтөнлөк бирә. Әммә... Һауа ҡапҡаларының эше һауа торошона бәйле икәнлеген, “тимер ҡанатлы ҡоштарҙың” да ҡайһы саҡта ватылыуын инҡар итеп булмай. Сумаҙан ҡосаҡлап, ташыусы ғәйебе менән осоуға һуңлаған самолетты көтөп, аэропортта ултырырға тура килә икән, белегеҙ: һеҙҙең хәлде еңеләйтерлек хоҡуҡтарығыҙ бар!
Шулай итеп, пассажирҙарҙы ташыусы компания осоу һәм аралаш пункттарында өҫтәмә түләү алмайынса:
1 рейс ике сәғәттән артығыраҡ тотҡарланған саҡта, һыуытылған эсемлектәр менән тәьмин итергә;
2 рейс ике сәғәттән артыҡ тотҡарланғанда, яҡындарына ике тапҡыр телефондан шылтыратырға йәки электрон почта буйынса ике хат ебәрергә рөхсәт итергә;
3 багажды һаҡларға;
4 рейс 4 сәғәттән ашыуға тотҡарланғанда, эҫе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә һәм артабан быны көндөҙгө сәғәттәрҙә – һәр 6 сәғәт, төнөн һәр 8 сәғәт һайын ҡабатларға;
5 рейс көндөҙгө ваҡытта – 8 сәғәттән ашыу, төнөн 6 сәғәттән ашыу тотҡарланғанда ҡунаҡханаға урынлаштырырға;
6 ҡунаҡхана өҫтәмә түләүһеҙ бирелгән саҡта, аэропорттан унда барып еткәнсе һәм кире килгәнсе транспорт менән тәьмин итергә;
7 ете йәшкә тиклемге балалары булғандарға әсә һәм бала бүлмәһе менән файҙаланыу мөмкинлеген бирергә тейеш.


Вернуться назад