Ҡулланыусыларҙың төп хатаһы – сауҙа вәкилдәре менән телдән мөнәсәбәт асыҡлау. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мәсьәләне ни тиклем шау-шыулы итеп хәл итергә тырышһағыҙ, шул тиклем үҙегеҙгә зыян килтерәһегеҙ. Шуға күрә, магазинға аныҡ дәғүәгеҙ булып (туфли табаны аҡтарылған, микротулҡынлы мейес ватылған, телефон боҙолған һәм башҡа осраҡтар), аҡсағыҙҙы кире ҡайтарырға ниәтләйһегеҙ икән, дәғүәне мотлаҡ яҙма рәүештә теркәп, рәсми көрәшергә кәрәк. Ә бының өсөн тыныслыҡ һәм айыҡ аҡыл талап ителә.
Дәғүәлә тауарҙы ҡайҙан һәм ҡасан һатып алыуығыҙ, ниндәй етешһеҙлектәр табылыуы күрһәтелергә, “Ҡулланыусылар хоҡуғын һаҡлау” Законына таянып, талаптарығыҙ белдерелергә тейеш. Әгәр ҙә тауар гарантияла, уның һаҡлау срогы, шулай уҡ һатып алғандан башлап ике йыл ваҡыт үтмәгән икән, сифатһыҙ тауарға ҡарата биш төрлө дәғүә белдерергә мөмкин. Үрҙә телгә алынған Закондың 18-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы, ошо бишәүҙең береһен һайлағыҙ, сөнки һәр талаптың үҙ үтәлеү срогы бар. Тауар чегы булыу-булмауҙың әһәмиәте юҡ – ул һеҙҙең талапты үтәүҙән баш тартыуға нигеҙ була алмай.
Дәғүәне ике нөсхәлә эшләгеҙ. Үҙегеҙгә ҡалдырылғанына сауҙа нөктәһенең рәсми мисәтен, һатыусының имзаһын ҡуйҙыртып алығыҙ. Баш тарталармы? Ғаризағыҙҙы заказлы хат менән магазиндың юридик адресына ебәрегеҙ. Әгәр ҙә тауарҙы бәләкәй сауҙа нөктәһендә һатып алғанһығыҙ икән, ике шаһит табып, һатыусының ҡул ҡуйырға баш тартыуын документаль рәүештә теркәгеҙ. Эш судҡа барып етһә, быларҙың кәрәге тейәсәк.
Г. РӘСҮЛЕВА.