Алдашҡан өсөн штраф31.08.2012
Енәйәт һәм яза

Күмертауҙан бер ир полицияға:
— Таныш булмаған берәү өс мең аҡсамды, дүрт меңлек телефонымды талап алды, туҡманы, — тигән ялыу менән килә.
Хеҙмәткәрҙәр шунда уҡ ғәйеплене эҙләргә тотона. Баҡһаң, иргә берәү ҙә һөжүм итмәгән. Ул танышының машинаһын алып тора ла боҙоп килтерә. Зыянды ҡаплау өсөн аҡсаһын да, телефонын да машина эйәһенә үҙе биргән булып сыға.
Хәҙер “бәләгә тарыған әҙәм”гә алдашҡаны өсөн 12 мең һумын сығарып һалырға тура киләсәк.

Йомарт булһаң,
“бишле” ҡуям!


Студенттарҙың белемен ана шулай аҡса менән баһаларға ғәҙәтләнеп ала БДУ-ның социаль эш кафедраһы доценты.
Әммә, ҡәһәрең, кемдер хәбәр еткереп, көндәрҙең береһендә уны ҡулынан тоталар. “Аҡса һуғыусы” ике йыл ярымға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителә, был осорға уға уҡытыу ҙа тыйыла.
Шулай ҙа университетта бындай “шәп”, “тәжрибәле” ғилем эйәһе менән хушлашырға теләмәйҙәр. Ярҙамға прокуратура хеҙмәткәрҙәре килә. Хәҙер доцент менән бергә уҡыу йортоноң кадрҙар һәм юридик бүлектәр начальниктары ла яратҡан эш урындары менән хушлашырға мәжбүр була.

Сос ҡыҙҙар

Йәйге матур көн. Белорет ҡалаһынан 28 йәшлек егет урамда ике һылыуҡай менән таныша ла уларҙы фатирына ҡунаҡҡа саҡыра.
Ҡыҙҙар шатланып риза була. Баралар, байрам итәләр. Бер аҙҙан егет иҫереп ауа. Шуны ғына көткән сосбикәләр, уның машина асҡысын ҡулға төшөрөп, ҡала буйлап сығып китә. Әммә полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙарҙан да сосораҡ булып сыға. Баҡтиһәң, улар егеттең фатирында телефонын онотоп ҡалдырған икән...
Хәҙер ҡыҙҙарҙы хөкөм ҡарары көтә.

Булка өсөнмө, әллә...

Благовещен районында 56 йәшлек пенсионер ҡатын биш сутый ерҙә кинәнеп мәк үҫтергән.
Хәстәрлекле баҡсасы тыйылған үлән өсөн хатта махсус теплица ла эшләтеп ҡуйған. Тик бына Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килеп сығып ҡына бөтә эште харап итә. Улар барыһы 196 төп мәк ҡыуаҡлығын тартып ала. Экспертиза тикшереүенән һуң үҫемлектә наркотик етештереү өсөн ҡушылмалар булыуы асыҡлана. Ҡатын иһә, мәкте кондитер изделиелары бешергәндә ҡулланыу өсөн үҫтерәм, мәкле булканы харап яратам, тип аҡлана. Бөгөн енәйәт эше ентекле тикшерелә. Бындай осраҡта закон буйынса ике йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Аҡса — аяҡ аҫтында...

Ысынлап та, башы эшләгәндәр өсөн аҡса аяҡ аҫтында ята. Көндәрҙең береһендә Өфө егете Вадим Ивановтың күҙенә канализация ҡоҙоғоноң ҡапҡасы салына.
Ул ҡапҡасты эләктерә лә тимер-томор йыйыу пунктына саба. Ә унда бындай әйберҙәрҙе көтөп кенә торалар. 250 һум самаһы аҡса кәсепсенең кеҫәһенә инеп ята. Аҡса тәмен белеп алған Вадим бынан һуң икенсе, өсөнсөләрен һыпырта. Бер айҙа ғына егерменән ашыу ҡапҡасҡа айыу майы һөртә ул. Шулай тырышып “эшләп” йөрөгәндә, Вадим үҙе лә хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре күҙенә салына. Егеткә ҡарата енәйәт эше асылды.
Аҡса ғына түгел, бәлә лә аяҡ аҫтында икән шул.

Ғәйбәт һөйләмә!

Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексына “Ғәйбәт” тигән 129-сы статья ҡайтанан индерелде.
Был идеяны “Берҙәм Рәсәй” партияһы тәҡдим итте. Законда хәҙер ялған хәбәр һөйләгән, кешенең намыҫын, шәхесен бысратҡан өсөн — 500 мең һумға тиклем, дәрәжәһен файҙаланып ғәйбәт таратҡандарҙан 2 миллион һумға ҡәҙәр штраф түләттереү ҡаралған. Бөтә ғәләм алдында йәки киң мәғлүмәт сараларындағы ялған һүҙ өсөн миллион һумыңды кеҫәңдән сығарып һалырға тура киләсәк.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад