Йәнгә тейгән тығындар30.08.2012
Йәнгә тейгән тығындарМегаполис үҫкән һайын, автомобиль тығындары баш ҡаланың төп проблемаларының береһенә әүерелә. Өфөләр йонсоп бөткән: иртәле-кисле эшкә тотҡарлыҡһыҙ барып ҡайтыу, һис арттырмайым, рәхәт түгел: шәхси автомобилдә булһынмы, йәмәғәт транспортындамы – барыбер бер нисә урында тығында торорға, ваҡытты бушҡа сарыф итергә тура килә.
Ҡала властары бәләнән ҡотолоу өсөн һәммә мөмкинлекте ҡуллана: юлдарҙы киңәйтәләр (ҡайһы бер урамдарҙа тротуарҙарҙың тар ғына һыҙат булып ҡалыуы билдәле), юл хәрәкәтен үҙгәртәләр. Әйтәйек, былтыр ғына бер яҡлы хәрәкәт индерелгән Ленин урамында ошо көндәрҙә йәнә үҙгәреш булды: урамда йәмәғәт транспортына ике яҡлы хәрәкәт яңынан рөхсәт ителде. Автомобилдәрен ҡайҙа етте шунда ҡалдырған яуапһыҙ водителдәргә ҡаршы ла көрәшергә маташалар. Әммә, 1 июлдән законда бындайҙарға ҡарата ҡатыраҡ яза ҡаралһа ла, юл ситендә ҡалдырылған автомобилдәр һанының кәмегәне бер ҙә тойолмай.
Бер нисә көндән яңы уҡыу йылы башлана, тимәк, Өфөлә пассажирҙар, автомобиль йөрөтөүселәр бермә-бер артасаҡ. Етмәһә, баш ҡаланың ҡайһы бер урамдарында юл ремонтлау эштәре һаман тамамланмаған... Проблеманы хәл итеүҙең тағы ниндәй юлдары бар? Бәлки, гәзит уҡыусыларҙың ҡыҙыҡлы фекере барҙыр – беҙҙең менән бәйләнешкә инегеҙ.

Г. БАЛТАБАЕВА.


Сергей АФАНАСЬЕВ, “Йортта тәртип” йәмәғәт фонды рәйесе:
– Юлдар киңәйә, ә фәтүә юҡ – тығындар кәмемәй. Был йәһәттән баш ҡала властарына ярҙамға килергә әҙербеҙ. Ике тиҫтәгә яҡын кешене (улар араһында хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары, пенсионерҙар, йәштәр бар) берләштергән ойошма тап шундай яуапһыҙҙарға ҡаршы көрәшә. Беҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы иҫкәртеп, листовкалар таратабыҙ. Әлегә беҙҙең ойошма ағзалары ҡала үҙәгендә – Пушкин, Карл Маркс, Свердлов урамдарында эшләй, артабан башҡа урамдарға ла сығасаҡбыҙ. Сөнки юлда ҡәҙимге тәртипте һаҡлау фарыз икәнлеген халыҡтың аңына еткермәй тороп, аныҡ һөҙөмтәгә өлгәшеп булмаясаҡ.


Вернуться назад